«Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар! Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар, коллегалар! Башҡорт теле уҡытыусылары, мин башҡорт телен бик саф белмәйем. Шуға мине бик әрләмәгеҙ. Ысынлап әйтәм, һеҙҙең алда сығыш яһарға бер аҙ ҡурҡам. Беҙ күптән күрешмәнек. Үткән йылда форум үткәргәйнек. Форумдан һуң тик ултырманыҡ, башҡорт телен үҫтереү йүнәлешендә бик күп нәмәләр эшләнек. Ошо йәһәттән бөгөн фекерҙәрем менән уртаҡлашып үтергә теләйем. Тик иң башта һеҙҙең барығыҙҙы ла етеп килгән ике матур байрам менән ҡотлап үтергә теләйем. Беренсенән, был аҙнала балалар баҡсалары тәрбиәсәләре көнөн билдәләйбеҙ. Икенсенән, Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө яҡынлашып килә. Һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайым! Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт әйтергә теләйем. Хеҙмәтегеҙ башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән. Артабан да эшегеҙҙә уңыштар һәм именлек теләйем.
Хөрмәтле уҡытыусылар, донъяла ике миллионға яҡын башҡорт йәшәй. Уларҙың бер миллион ярымы – Рәсәйҙә, бер миллион 172 меңе – Башҡортостанда. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, бөтәбеҙҙе лә башҡорт теле, башҡорт тарихы, башҡорт әҙәбиәте берләштерә, бәйләп тора.
Барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, беҙ Башҡортостанда ғына башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәтеү, уны үҫтереүҙе ойоштора алабыҙ. Шуға был мөһим бер эште бергә тормошҡа ашырабыҙ.
Әйтеп үткәнемсә, үткән йыл тик ултырманыҡ. Һәр хәлдә мин шулай тип иҫәпләйем. Хөкүмәт кимәлендә башҡорт телен үҫтереү өсөн байтаҡ эштәр эшләнек.
Күрәһегеҙ, мин дә, коллегаларым да эшлекле башҡорт милли костюмын кейеп килдек.
Был һис кенә лә шаярыу түгел. Минеңсә, был – дәүләт кимәлендәге бик мөһим проект. Сөнки милли костюм беҙгә көн һайын «һин башҡортһоң, тарихың менән бәйләнеште өҙмә» тип иҫкәртеп тора. Шуға быны ла мин файҙалы эш тип ҡабул итәм.
Тағы ла шуны әйтәйем, Хөкүмәттә, Дәүләт Йыйылышында, район хакимиәттәрендә башҡорт телен ишетә башланыҡ. Күберәк ишетә башланыҡ. Сөнки беҙҙең коллегалар кәңәшмәләрҙә башҡортса сығыш яһай. Хөкүмәтебеҙҙә лә шул эште башланыҡ. Дәүләт Йыйылышында йыш сығыш яһайҙар. Минең уйлауымса, был да бик кәрәкле проект.
Бынан бер аҙна элек коллегаларым бик матур бүләк бирҙеләр миңә. Ул – «Эшлекле башҡорт теле» китабы. Башҡорт теле – ул дәүләт теле. Шуға күрә был китап күптән кәрәк ине. Коллегаларға таратырға ҡуштым. Хакимиәт башлыҡтары ҡарарға, өйрәнергә һәм ҡулланышҡа индерергә тейеш.
Тағы ла бер яңылыҡ менән бүлешергә теләйем. Һеҙ беләһегеҙ, элек Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында Диссертация советы бар ине. Әммә бер мәл беҙ уны юғалттыҡ. Быйыл уны ҡабаттан тергеҙә алдыҡ. Хәҙер Диссертация советы үҙ эшен дауам итә.
2018 йылда Башҡортостан Башлығы грантын булдырҙыҡ. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, гранттар үҙ һөҙөмтәһен бирә башланы. Бында Башҡорт телен үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова ла бар. Уға ҙур рәхмәт, сөнки бына минең телефонымда ла биш ҡушымта бар хәҙер. Өсәүһе балалар өсөн. Тағы ла «Сәләм» ҡушымтаһы, буш ваҡыт булғанда мин ошо ҡушымта ярҙамында шөғөлләнеп алам.
Тағы ла бер проект, бик кәрәкле һәм ҡатмарлы йүнәлеш – ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалекты. Сөнки күп ваҡыт был диалектты иҫәпкә алманыҡ. Ул дөрөҫ түгел ине. Быйыл беренсе тапҡыр башҡорт теленән диктантты төньяҡ-көнбайыш диалектында ла яҙҙыҡ. Күптәр ҡушылды, ошо эште артабан да дауам итергә кәрәк. Быны мөһим эш тип уйлайым.
Тағы ла бер проектты ойошторҙоҡ. Беҙҙә полилингваль гимназиялар барлыҡҡа килде. 2024 йылға тиклем 15 полилингваль гимназия асыла. Әле өс гимназия бар. Икеһе – Өфөлә, береһе – Стәрлетамаҡта.
Һеҙгә рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар! Беҙ һеҙгә ышанабыҙ. Сөнки полилингваль гимназия ул башҡорт телен өйрәнеү, үҫтереү буйынса локоматив булырға тейеш. Тағы ла 12 полилингваль гимназия ойошторорға уйлайбыҙ. Йыл аҙағында Нефтекамала гимназия асабыҙ, ул да полилингваль йүнәлешле була. Был проекттың файҙалы булырына ышанам», – тине республика башлығы.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Радий Хәбиров уҡытыусылар алдында башҡортса сығыш яһаны.