Башҡортса ымдар телен БСТ каналы хәбәрселәре лә өйрәнергә тырыша. Ирина Илтебаеваны телевизор ҡараусылар яҡшы белә. Экрандың аҫҡы мөйөшөндә сурдотәржемә биреп тороусы ҡыҙҙы айырыуса ишетеү һәм аралашыу мөмкинлеге сикләнгәндәр танып тора. Ымдар теле белгесе бер нисә илдең дактиль алфавитын яҡшы белә. Әммә башҡортса ишара алфавитының юҡлығы быйыл ғына ныҡ һиҙелде, ти ул.
Тап ошо ваҡиға дактиль алфавитҡа башҡорт ымдары өҫтәү эшен йәнләндерә лә инде. Һөҙөмтәлә рус әлифбаһына туғыҙ хәреф ҡушыла.
Иң ауыры Ә хәрефен уйлап сығарыу булды, ти белгестәр. Сөнки ымдар телендә был хәрефкә оҡшаштар күп. Әҙ генә бармаҡтарҙы икенселәй ҡуйҙыңмы уларҙың бөтөнләй башҡа нимә һөйләүҙәре ихтимал.
Уйлап сығарылған хәрефтәр әле донъяуи стандарттарға яраҡлаштырылып ҡулланыуға әҙерләнә. Һаңғырау-телһеҙҙәр һөйләштә ҡулланып ҡарай. Алфавитты эшләүселәрҙең береһе Айнур Хәйбуллин әйтеүенсә, башҡортса дактилды үҙләштереү еңел. Уны тағы ла тиҙерәк ҡулланышҡа индереү өсөн әле мобиль ҡушымта ла әҙерләнә.
Быға тиклем тотош илдә милли дактиль алфавит булғаны юҡ. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә инклюзив мөхит булдырыу, мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең хоҡуҡтарын тигеҙ тәьмин итеү сәйәсәте алып барыла. Һаңғырау-телһеҙҙәр ҙә республикала дәүләт телен өйрәнергә хаҡы бар, ти алфавитты төҙөүселәрҙең береһе Гөлфирә Абдуллина.