Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Ноябрь 2020, 14:10

Фәтих Кәримдең ҡыҙын һуңғы юлға оҙаттылар

Һуңғы ваҡытта Әжәлетдин (ҙур хәрефтән яҙаһы ла килмәй) бигерәк шашты: көн һайын әҙәм балаларын сүпләп кенә тора. Күңел әрней, бының берәр сиге булырмы? Бына тағын бер ҡайғылы хәбәр килеп иреште: 8 ноябрҙә Ҡазанда фронтовик шағир, яҡташыбыҙ Фәтих Кәримдең ҡыҙы, йәмәғәт эшмәкәре Ләйлә Кәримованы һуңғы юлға оҙаттылар.

Хушлашыу һүҙендә шағир Рәмис Аймәт, Фәтих Кәримдең ауылдашы, күренекле журналист Римзил Вәлиев Ләйлә апайҙың бар ғүмерен атаһының ижадын пропагандалауға, тормошон өйрәнеүгә бағышлауы, уның осоробоҙҙоң күренекле ханымы булыуы тураһында фекерҙәрен еткергәндәр.
Ләйлә Кәримованың донъянан китеүе беҙҙең өсөн дә зур юғалтыу. Атаһының тыуған ере Бишбүләк районының Айыт ауылына йыш ҡайтып йөрөнө ул, Фәтих Кәрим ижадының шишмә башы булған беҙҙең Бәләбәйҙе лә бик яҡын күрҙе. Бер нисә мәртәбә «Илһам шишмәләре» фестиваленә, Минзәлә театры менән Фәтих Кәрим тураһында Ренат Харис әҫәре буйынса ҡуйылған «Күҙҙәреңдән үбәм» спектакле менән килде. Муниципаль райондың Фәтих Кәрим исемендәге премияһы менән бүләкләнгәс, уны Айыт мәктәбенә бүләк итте.
Ләйлә апай атаһына оҡшағайны, йөҙ-ҡиәфәте, күҙҙәре... Үҙе шул ҡәҙәр зыялы һәм ябай. Ә атаһының шиғырҙарын яттан нисек күңелдәргә үтеп инерлек итеп һөйләй ине! Яҡташыбыҙ, патриот шағир Фәтих Кәримдең ижадын үлемһеҙ итеү өсөн бик күп эштәр башҡарҙы, уның һуңғы ҡаны тамған Багратионск менән дә элемтәләрен өҙмәне.
Ләйлә апайҙы һуңғы юлға оҙатырға Бишбүләктән дә делегация барҙы. Фәтих Кәрим музейы мөдире Рәйсә Хафизова: «Ләйлә апай баланың үҙ атаһына мөнәсәбәтенең өлгөһө булды... », – ти хушлашыу һүҙендә.
Үҙем өсөн ул йыраҡтағы яҡын апайым шикелле ине. Һуңғы тапҡыр уҙған йәй Айыт ауылында Фәтих Кәримдең яңыртылған музейын асыу сараһында күрешкәс, ул мине ҡосаҡлап уҡ алғайны.
Римзил Вәлиев һүҙҙәре менән әйтһәк, Ләйлә Кәримова – рухи таҙалыҡ, тура һүҙлелек, милләткә һәм татар әҙәбиәтенә тоғролоҡ сифаттары менән легендаға әүерелгән шәхес. Уның яҡты иҫтәлеге милләттәштәребеҙ, шул иҫәптән беҙҙең бәләбәйҙәр йөрәгендә лә мәңге һаҡланыр.
Ләйлә ханым ғүмере буйы Фәтих Кәримгә Ҡазанда һәйкәл ҡуйыу хыялы менән йәшәгән. Аяныс, ул уны күрә алманы, ә һәйкәл һис шикһеҙ буласаҡ!
***
Ҡазандарҙа йәшәһә лә,
Ул шундай яҡын ине.
Атаһы шиғырҙарылай,
Ул шундай ялҡын ине.
Күҙ алдында ғына тора,
Затлы, зыялы, йыйнаҡ...
Йәне оло, үҙекәйе
Ҡыр сәскәһеләй тыйнаҡ.
Хәтер һаҡлай зауыҡлығын,
Йомшаҡ йөрәк тауышын;
Атаһын һөйләгән саҡта
Ғорурлығын, һағышын.
Ҡаһарман шағир ҡыҙының
Уйсан ҡоңғорт күҙҙәрен;
Бәләбәйҙә, Бишбүләктә
Ҡалған яҡты эҙҙәрен.
Ниндәй заман, ниндәй (о)сор был?!
Аҫыл ул - ҡыҙҙар китә.
Улар менән милләтемдең
Көсө, егәре китә.
... Был хәбәрҙе ниңә ишеттем,
Иҫән тип йөрөр инем.
Тыныс йоҡла, Ләйлә апай,
Һин шундай яҡын инең.
Һин шундай яҡты инең.
Зәйфә Сәлихова
Читайте нас: