Башҡорт йәмәғәтселегенең әүҙем вәкилдәре сессия осрашыуҙарында төрлө өлкәләрҙә ярайһы уҡ уңышҡа ирешкән милләттәштәрҙең сығыштарын тыңланы. Улар араһында: Әнүзә Мырҙабаева, «Һаумы!» яман шеш менән ауырыусы пациенттарҙың ассоциацияһы етәксеһе. Ул «Онкомаяҡ» проекты менән таныштырҙы, яман шеш менән сирлеләрҙең һәм уларҙың яҡындарына ярҙам тураһында һөйләне:
– Минең «Онкомаяҡ» тигән проектым бар. «Маяҡ» яман шеш менән сирлеләр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса ойошманың 8 800 302 90 45 телефоны аша ҡыҙыу бәйләнешкә шылтыратып, мәғлүмәти ярҙам алырға мөмкин. Белгестәр кемгә мөрәжәғәт итергә, нимә эшләргә, табип-онкологтың фекерен ишетергә, юридик һәм психологик ярҙам алырға булышасаҡтар»,— ти Әнүзә Мырҙабаева.
Билдәле скульптор, уҡытыусы, Рәсәйҙең Халыҡ рәссамы Салауат Щербаков ҡатнашыусыларға һәйкәл сәнғәтенең теле, башҡорт һынлы сәнғәтенең киләсәге хаҡында уйҙарын еткерҙе. Салауат Александр улы шулай уҡ үҙенең башҡортлоғон танып аңлау тарихын һөйләне.
Бөтә донъяның дистанцион форматҡа күсеүен, йәнле аралашыуҙың кәмеүен иҫәпкә алғанда, Гөлнара Ибраҡованың сығыш үтә файҙалы булды. Гөлнара телмәр оҫталығы буйынса дәрестәр алып бара, диктор булып эшләй.
Илфат Әмиров Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән ябай башҡорт егете. Бөгөн ул киң билдәле ММА көрәшсеһе, илебеҙ башҡалаһында бер нисә шәхси спорт клубы бар. Ул бала саҡтан дзюдо һәм ҡул көрәше менән мауыға. Мәскәүгә күскәс, ҡатнаш алыш менән етди шөғөлләнә башлай һәм ошо спорт төрөндә ҙур уңыштарға өлгәшә.
Илфат, Мәскәүҙә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәүгә ҡарамаҫтан, уның клубына башҡорттарҙың әҙерәк йөрөүен билдәләп үтте. Ә яҡташтары өсөн ул айырым ваҡыт бүлгән, әлегә унда ундан ашыу кеше йөрөй. Башҡорт йәштәре менән аралашыуҙан файҙаланып, спортсы уларҙы әүҙемерәк булырға, маҡсаттарына ынтылып йәшәргә саҡырҙы.
М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Әхмәҙуллина сығышында тәбиғи билингвизм үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, туған телде өйрәнеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр менән таныштырҙы.
Форумда спикер булып Schneider Group проекттары менеджеры Марат Төхвәтуллин «Белем һәм карьера» темаһы менән сығыш яһаны.
Марат үҙе Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағандан һуң төрлө ҡалаларҙа, Рәсәйҙең алдынғы уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итә. Мәҫәлән, И.М.Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты һәм Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлай.
Үҙенең миҫалында университетҡа тиклемге һәм унан һуңғы тормошы хаҡында һөйләп үтте, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә билдәләне, студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.
Эш, уҡыу стартегиялары презентацияһын булдырҙы. Эш менән уҡыуҙы нисек яраҡлаштырыу буйынса әңгәмә ҡорҙо. Йәш белгестәр өсөн көнүҙәк проблемаларҙы үтеп сығыу өсөн бер нисә күнекмәләр, кәңәштәре менән бүлеште. Шулай уҡ, Марат магистратура темаһына ла ҡағылып үтте.
«Минең фекеремся магистратураға ҡабаланмай, аныҡ йәшкә етеп, ни өсөн һин һайлаясаҡ һөнәр кәрәклеге хаҡында уйлап барырға кәрәк. Ул мотлаҡ түгел, әммә киләсәктә кәрәк булыуы мөмкин һәм ниндәйҙер осраҡта өҫтөнлөк аласаҡ», – тип бүлешеп үтте Марат Төхвәтуллин.