Түшелдеректәр тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Һылыуҡайҙар байрамдарҙа һәм көндәлек тормошта кейгән һаҡалдар, селтәрҙәр, иҙеү һәм хәситә кейергә яратҡан, уның тәңкәләре, мәрйендәре уларҙың хәллелеген күрһәткән. Түшелдеректәр ҡатын-ҡыҙҙар өсөн шулай уҡ бетеү ролен дә башҡарған...
Минең өләсәйем (әсәйемдең әсәһе) 50 йәшендә бауырһаҡ бешерергә, балаҫ һуғырға өйрәнгән, – тип һөйләй Эльмира. – Ул заказ буйынса бауырһаҡ-балаҫтарын Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға һәм Мәскәүгә лә ебәргән. Күрәһең, ҡул эштәре менән шөғөлләнеү минең ҡанымдалыр. Интернетта йә телевизорҙа ҡыҙыҡлы эштәр күрһәм, мин нисек эшләргә икән тип уйланмайым. Мин нәмәнән эшләнгәнен күрәм, нисек эшләргә кәрәклеген күҙ алдына килтерәм. Ҡулдарым үҙҙәренән-үҙҙәре эшләй башлай! Балалар, йорт эштәре туҡтатһа, һуңыраҡ барыбер еренә еткерәм. Хатта заказдар ҙа бар, ҡалала мине оҫта этнограф тип беләләр, был бик ҡыуандыра. Март айында Эльмира эшләгән ҡыҙыл күкрәксә «Йыл уҡытыусыһы –2020» конкурсында «ҡатнаша» һәм биш финалсы иҫәбенә «инә». Унда конкурста ҡатнашыусы, ҡалабыҙҙың башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зүлиә Исламова Дим башҡорттары костюмын күрһәтә.
Анна Лапина материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне