Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Апрель 2021, 14:00

Ихтирамға лайыҡ педагог

Зөлфиә Кинйәбай ҡыҙы Шәрипова Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң математика уҡытыусыһы булап эшләй башлай һәм ҡырҡ йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлай.

Уның белем биреп тормош юлына сығарған уҡыусыларын иҫәпләп бөткөһөҙ. Уларҙың байтағы илебеҙҙең төрлө ҡалаларында нефть, авиация һәм педагогик юғары уҡыу йорттарын тамамлап эшләп йөрөйҙәр.
Мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың фәнни-эҙләнеү эштәрен ойоштороу башланып киткән йылдарҙа ул беренселәрҙән булып ҙур тырышлыҡ менән балаларҙы конференцияға әҙерләне.
– Бөгөнгөләй иҫемдә, 11 класс уҡыусыһының «Математика башҡорт халҡы ижадында» тип аталған темаға фәнни-эҙләнеү эше өсөн республикала икенсе урын алып, Почет грамотаһы менән бүләкләнеп ҡайтҡайныҡ, – тип хәтерләп алды Зөлфиә Кинйәбай ҡыҙы.
Инде нисә йыл әүҙем педагог, балаларҙы эшкә ылыҡтырып, гимназия, муниципаль, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлдәрендә призлы урындарға лайыҡ булып, бик күп диплом-грамоталар туплаған. Бына шуларҙың бер нисәһе: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының «Йәш быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә ҙур уңыштары өсөн» – Маҡтау ҡағыҙы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан «Башҡортостан» ижтимағи-сәйәси гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүе өсөн – Рәхмәт хаты һәм «БР мәғариф алдынғыһы» танытмаһы.

Зөлфиә Кинйәбай ҡыҙы гәзит-китап баҫмаларында ла эшен күрһәтеп өлгөргән: «Белем биреү барышында этномәҙәни компоненттар: теория, технологиялар, алдынғы тәжрибә» фәнни китабында «Өсмөйөштәр» тип аталған 7 класс өсөн йомғаҡлау дәресе конспекты донъя күрҙе, унан тыш «Бәләбәй хәбәрҙәре» гәзитендә лә «Онотолмаҫ сәфәр» тигән ҡыҙыҡлы мәҡәләһе баҫылып сыҡты.
Элекке уҡыусылары ла уның хәлен белеп, аралашып торалар, ә шағирә булып киткән Лариса Абдуллина «Зөлфиә апаға» тип аталған шиғыр ҙа яҙған. Бында ул уҡытыусыһына ҡарата ихтирамын, рәхмәт һүҙҙәрен күңеле аша үткәреп, ижад емешенә әүерелдергән.
Арабыҙҙағы иң өлкән педагог әлеге көнгәсә Бәләбәй Башҡорт гимназия-интернатында йәштәрҙән ҡалышмай тырышып, заманса технологиялар ҡулланып, хеҙмәтенең һөҙөмтәләренә ҡыуанып эшләп йөрөй.
Һөнәренә тоғро, ихтирамға лайыҡ педагогҡа иҫәнлек-һаулыҡ, эшендә уңыштар насип булһын!
Әлфиә Шафиҡова, тәрбиәсе
Читайте нас: