Хажи Мөхәмәтйән улы балаларға үҙенең һуғыш осорона тура килгән ауыр бала сағы, күңелле студент йылдары һәм йәшендәй йәшнәп уҙған ижад йылдары тураһында уй-тойғолар уятып, бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе.
Ҡыҙҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән хеҙмәт ветеранының ифрат күп йыйылған диплом-грамоталары менән таныштылар, ә унан һуң «Мәңгелек баласаҡ йылғаһы», «Үтмәй торсо, ғүмер», «Юлдағы осрашыуҙар», «Донъя был» тип аталған китаптарын байҡап сыҡтылар һәм «Бер ғүмергә һыйған биш быуат» тип аталған публицистик мәҡәләнән өҙөктәр уҡынылар. Был жанр өсөн автор «Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаты исемен алған.
Иғтибарҙы бигерәк тә йәлеп иткәне шул булды: Р. Сәлмүшевтың «Һуғыш осоро балалары» тип аталған ҙур йыйынтығында Татарстандың күренекле шәхестәре араһында Хажи Әхмәтйәновтың да бала саҡ осоро ҡыҫҡаса сағылдырылған.
Шулай уҡ ветеран балаларға оҙаҡ йылдар Бәләбәй ҡалаһының «Автонормаль» заводында күп тиражлы гәзит мөхәррире булып эшләүе, ә хаҡлы ялға сыҡҡас, Башҡорт гимназияһында «Йәш хәбәрсе» түңәрәге алып барыуы һәм шул уҡ ваҡытта гимназия музейын асыу тураһында ла һөйләне.
Был осрашыу ҡыҙҙар күңелендә юйылмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы. Улар үҙ тойғолары менән шатланып уртаҡлаштылар.