– Яр буйы – гидротехник ҡоролма ғына түгел, ә ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны ла. Биш километрлыҡ яр буйында мәҙәни ваҡиғалар үтә, ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр арта, – тине ул. – Яҙғы ташҡын үтеү менән беҙ тиҙ арала биләмәне таҙарттыҡ, емерелгән урындарын ремонтланыҡ.
Яр буйындағы тәртипте ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре ҡарай. Көн һайын бында алты берәмек махсус техника һәм юл эшселәре эшләй.
– Сүп-сар йыйыла, юлдар, йәйәүлеләр зоналары таҙартыла, кәрәк булһа, махсус техника менән йыуалар. Ҡала хакимиәте “Гидроремонт” ойошмаһы менән берлектә һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрен төҙөй. 342 миллион һумға муниципаль контракт төҙөлдө, 30 октябрҙә эштәр тамамланырға тейеш, – тине Сергей Греков.
Әле яр буйында һигеҙ стационар булмаған объект, ете бәҙрәф, ике медицина һәм ике полиция пункты эшләй. Рөхсәт ителмәгән сауҙаға юл ҡуймаҫ өсөн эштәр башҡарыла. Велосипед һәм электр самокаттары яратыусылар өсөн маршруттар билдәләнә.
Быйыл иһә ярҙы мәҙәни тормош менән тулыландырырға йыйыналар. Бында йәштәр өсөн төрлө саралар, музыканттар һәм ирекле артистар сығыштары, шиғри кисәләр, фитнес-күнекмәләр һәм башҡалар буласаҡ. Республиканың Мәҙәниәт, Спорт, Сауҙа министрлыҡтары менән берлектә саралар ойоштороласаҡ.
Навигация асылыу менән яр буйынан «Порт-Артур», «Мария» һәм «Мираж» суднолары һәм «Чайка» теплоходы йөрөй. Улар пассажирҙар йөрөтә, йылға буйлап сәйәхәт 45 минут дауам итә, көн һайын 300-400 кеше йөрөй.
– Ҡалған ремонт эштәрен тиҙерәк тамамларға кәрәк. Был яр буйын төҙөү еңел булманы, бик күп тәнҡит һүҙе ишеттек, әммә бер нимәгә ҡарамай, Өфөлә ял итеү өсөн бик яҡшы объект алды. Хәҙер уға йән өрөргә кәрәк. Эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итәм, бер-ике йылдан унда буш бер генә лә квадрат метр ер ҡалмаясаҡ. Әле унда рөхсәтһеҙ сауҙа эшләй. Быйыл ике-өс объект төҙөй башларға кәрәк – ресторандар, спорт объекттары. Яр буйы ҡала халҡының яратҡан ял урынына әүерелә. Ул йәшәргә һәм эшләргә тейеш. Бик матур урын, – тине Радий Хәбиров.