Бөтә яңылыҡтар
22 Ғинуар 2019, 14:53

“Гражданлыҡ позицияһы”

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙгә граждандар йәмғиәте проблемаларын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурста ҡатнашырға тәҡдим итәбеҙ.

Уны ойоштороусылар – Бәләбәй районы МР хакимиәте ҡарамағында Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек, киң мәғлүмәт сараларына ярҙам буйынса йәмәғәт палатаһы һәм “БР” нәшриәт йорто филиалы – Бәләбәй мәғлүмәт үҙәгенең “БХ” газетаһы редакцияһы.
Конкурстың маҡсаты – ыңғай гражданлыҡ башланғыстарын асыҡлау һәм хуплау, граждандар йәмғиәте проблемаларына һәм уларҙы хәл итеүҙе эҙләүгә иғтибарҙы йүнәлтеү.
Конкурстың бурыстары – ҡала һәм район халҡы, райондан ситтә йәшәгән граждандар араһында “Бәләбәй хәбәрҙәре” ижтимағи-сәйәси газетаһын популярлаштырыу; кешеләрҙе әүҙем йәшәү позицияһын күрһәтеүгә, район һәм республиканың йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеү; гәзит уҡыусыларҙа әхлаҡи-этик һәм гражданлыҡ-илһөйәрлек тойғолары булдырыу; заманса граждандар йәмғиәтенең “яңы” лидерҙарын, билдәһеҙ “беҙҙең заман геройҙарын” эҙләү.
Түбәндәге номинациялар тәҡдим итәбеҙ:
1.“Граждандар башланғысы” (граждандар инициативалары, әүҙем йәшәү позицияһы тураһында мәҡәләләр);
2.“Мин – граждан” йә “Исеме район тарихында” (йәмәғәт эшмәкәре тураһында мәҡәләләр);
3.“Берҙәмлектә – көс!” (теләһә ниндәй граждандар акцияһы, митингылар);
4.“Йөк урынынан ҡуҙғалды” (киң ҡайтауаз алған һәм һөҙөмтәләре буйынса ҡарарҙар ҡабул ителгән, шул иҫәптән власть органдары тарафынан, мәҡәләләр);
5.“Күңел йылың менән бүлеш” (мәрхәмәтлек тураһында иң яҡшы мәҡәлә);
6.“Тәбиғәтте һаҡлайыҡ”.
Конкурста йәмәғәт хәбәрселәре, “БХ” газетаһы уҡыусылары ҡатнаша. Ҡатнашыусы конкурстың бер номинацияһына ғына заявка бирә ала. Бер конкурс эше башҡа номинацияларҙа ҡатнаша алмай.
Конкурсҡа айырым материалдар, шулай уҡ 2019 йылдың 1 ғинуарынан 31 октябренә тиклем “БИ” һәм “БХ” газеталарында донъя күргән публикациялар циклы ҡабул ителә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн материалдарҙы һәм ҡатнашыусы анкетаһын ойоштороу комитетына почта аша йә түбәндәге электрон адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 452000, БР Бәләбәй ҡалаһы, Кесе Туғай урамы, 53а, [email protected]
Ҡатнашыусы анкетаһында күрһәтелергә тейеш: авторҙың исем-шәрифтәре, эш урыны, вазифаһы, адресы, телефоны, электрон адресы, мәҡәләнең датаһы һәм исеме, ҡыҫҡаса йөкмәткеһе.
Заявкалар 2019 йылдың 1 ноябренән 2019 йылдың 3 декабренә тиклем ҡарала.
Конкурсты уҙғарыу шарттары тураһында ентекләберәк “БИ” газетаһының рәсми сайтында /belizv.rbsmi.ru/ “Конкурсы” бүлегендә уҡығыҙ.
Еңеүселәр дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнәсәк, уларҙың исемдәре газетала һәм рәсми сайтта /belizv_b.rbsmi.ru/, төркөмдәрҙә нәшер ителәсәк.
Читайте нас: