Барлай китһәң, Аллаһ эшкәртеүеме, 274 йыллыҡ тарихы булған Туҙлыҡуш ауылының шатлыҡ-һөйөнөстәрен, ҡайғы-хәсрәттәрен тыңлап, үҙ ҡосағына алып, боролоп-боролоп аҡҡан Өҫән һыуының тылсымымы, был ерҙә әллә күпме яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәр үҫеп сыҡҡан. Улар араһында РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы исемен яулаған берҙән-бер опера йырсыһы ла бар – ул Мәҙхиә Хәбип ҡыҙы Әхмәтйәнова.
– Ноябрҙә уның тыуыуына 100 йыл тулды. Йырсыбыҙ тураһында радионан да, телевидениенан да иҫкә алып һөйләнеләр. Беҙ, әлбиттә, ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек, сөнки ошо бөйөк шәхес тыуған ауылда йәшәйбеҙ, ул йөрөгән Өҫән буйҙарын буйлайбыҙ, ул эскән шишмәләр һыуын эсәбеҙ, – тип башланы һүҙен кисәне алып барыусы Лена Юлаева.
Әсәһенән ике генә айлыҡ булып ҡалған ҡыҙҙың бала сағы, тормош юлы... Юғары бейеклеккә күтәрелгән йырсы булараҡ ижады... Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы булып Мәскәүгә сығыш яһарға китеп, саф шишмәләй сылтырап аҡҡан матур тауышы менән баш ҡала тамашасыларын ғына түгел, хөкүмәт етәкселәрен дә әсир иткән һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артискаһы булып ҡайтҡан һирәк талант эйәһе... 1941 –1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләгән йылдарында бик күп операларҙа төп ролдәрҙе йырлаған мецо-сопрано тауышлы опера йырсыһы... Былар хаҡында күп яҙған, йырсының үҙе менән ваҡытында хат алышҡан Камил Фазлетдинов тәфсилләп һөйләне.
... Бер кисте Өфөлә мәҙәниәт министры булып эшләгән Сабир Ҡадиров, тыуған ауылына ҡайтҡас, киске яҡта мунса инеп, һауа һуларға сыға һәм шунда Өҫән йылғаһы яғынан ғәжәйеп матур тауыш менән бер ҡыҙ йырлағанын ишетә. Ул үгәй әсәй менән йәшәүҙең үҙе генә белгән ғазаптарын моңона ҡушып йырлаған сибәр Мәҙхиә була. Сабир Ҡадиров: “Һиңә мотлаҡ йырсыға уҡырға кәрәк, һеңлем”, – тип Өфөгә саҡырып китә. Бына нисек башлана яп-ябай ауыл ҡыҙының күрекнекле йырсы булып танылыуға юлы. Уның тәүәккәлек итеп баш ҡалаға сығып китеүенә, ҡабатланмаҫ йырсы булараҡ үҙенә бер һоҡланһам, ауыр замандарҙа йәштәрҙе, талант эйәләрен күрә, ярҙам ҡулы һуҙа белгән оло йөрәкле етәкселәрҙең булыуы тағы бер һоҡландыра.
Кисәлә, ғөмүмән ауылда, йырсының үҙен күреп белгәндәр булһа, әлбиттә, бермә-бер күңелле булыр ине, ни эшләтәһең, ваҡыттарҙы булмай туҡтатып... Уның ҡарауы, Туҙлыҡуш ауылы килене Хәлиҙә Кәримова Мәҙхиә Әхмәтйәнова репертуарынан “Яҙҙар еткәс ҡайтырмын” йырын башҡарҙы. Уның ҡарауы, тамашасылар видеояҙма ҡарап, йырсының үҙе башҡарыуында йырҙарын тыңлап, талир тәңкәләр сыңлауын хәтерләткән тауышын ишетеп кинәнде, уның сибәрлегенә һоҡланды. Ә видеояҙмаларҙы Ленаның үтенесе буйынса (рәхмәт яуғыры, Лена!) алыҫ Магаданда йәшәүсе улы Рәсүл Шәүкәт улы почта аша ебәргән. Әйткәндәй, йырсының берҙән-бер улы ул. Танылған фотожурналист, дүрт бала атаһы. Ҡәҙерле иҫтәлек – дискыларҙы Лена ханым мәктәп музейына тапшырҙы.
Бөгөн дә туҙлыҡуштар һынатмай, араларында ауыл сәхнәһен биҙәрҙәй, күңел күген яҡты йондоҙ булып балҡытырҙай талант эйәләре бар. Заманында, һинең урының сәхнәлә булырға тейеш тип, Мәҙхиә апай үҙе фатиха биргән ауыл йырсыһы, педагогик хеҙмәт ветераны, 80 йәшлек Фәнвил Усманов үҙе генә лә ни тора! Рәмзиә Синәғәтуллина, оҙаҡ йылдар сит тарафтарҙа ғүмер кисереп, тыуған еренә ҡайтып йәшәй башлаған Мөнәүир Синәғәтуллин. Бына кемдәр бөтөн ауыл моңон, ауыл йырын, йырҙарындағы Өҫән ағышын түкмәй-сәсмәй ауылдаштарына өләшә.
Ә тағы ижадтары, тырышлыҡтары һөҙөмтәһендә, ауылда ғына түгел, республика күгендә йондоҙ булып балҡыған, һүҙ көсө менән халҡыбыҙға хеҙмәт иткән Фазлетдиновтар йондоҙлоғо булыуы менән дә бәхетле туҙлыҡуштар. Шағир, яҙыусы, Бәләбәй районының почетлы гражданы, тиҫтәләгән китап авторы – атай кеше Камил Фазлый, республика тормошонда ҡайнап йәшәүсе, яуаплы урындарҙа хеҙмәт ҡуйыусы улдары Илдус менән Илдар, уларҙың өсөһөнән дә яҡтыраҡ яныусы, Әсә тигән бөйөк исемде лайыҡлы йөрөтөүсе, педагогик хеҙмәт ветераны, йәшәү рәүеше менән менән ауылдаштарына матур тәрбиә биреүсе Рәсимә Нурғәли ҡыҙы.
Йондоҙ сире ҡағылмаған йондоҙҙар
Йондоҙҙар... Был йондоҙҙар хаҡында һөйләге генә килеп тора, сөнки улар ауылдаштары күңелендә нурланып янһалар ҙа, әҙәпле, тыйнаҡ, йондоҙ сиренең нәмә икәнен дә белмәй. Улар – инде баҡыйлыҡҡа күскән йырсы Рәжәб апай менән гармунсы Хәбип Зәйнуллиндарҙың моңло балалары. Алты баланың алтыһы ла ҙур талант эйәһе – йырсылар, бейеүселәр, эштә уңған-булғандар. Бөгөн уларҙың ҡайһылары Зәйнуллин, Усманов, Әүбәкиров фамилияларын йөрөтә.
Төпсөк ҡыҙ Зөлфирә Әүбәкирова районда, республикала ғына түгел, Мәскәүҙең үҙенә етеп, танылыу яулаған, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, “Рәсәй мәғарифы элитаһы” алтын миҙалына лайыҡ булған шәхес. Үҙе йырсы, үҙе баянсы, үҙе композитор. Ә иң мөһиме, оло йөрәкле педагог. Үҙе эшләгән Өҫән-Ивановка мәктәбендә күпме балалар күңелендә йырға, йыр сәнғәтенә һөйөү уятты, уларҙы сәхнәгә сығарҙы. Уның улы Айнур менән килене Анжеланың Бәләбәйгә эшкә ҡайтыуы, әлеге кисәлә сығыш яһауҙары үҙе бер ваҡиға булды. Айнур ҡурайҙа ла уйнаны, иптәше менән парлап та сығыш яһаны. Сандыр кәүҙәле, оялсан ғына Айнурҙың йырлауы бөтә залды хайран итте.
Ә өлкән апайҙары Зөлфиә Усманова һуң? Мөләйем ҡараш, көслө яғымлы тауыш... Уға халыҡ йырҙары, ауыл көйҙәре яҡын. Тауышы менән генә түгел, йәне менән йырлағанға, йырҙар уға үҙҙәре рәхмәтле булып йәшәй. Зөлфиә менән Фәрәғәттең улы, шулай уҡ йыр сәнғәте буйынса юғары белемле Альберт Усмановтың йырҙары күңелдә оҙаҡ һаҡланыр әле. Билләһи, йылмайып ҡына торған был егеттең йөрәк моңо иң бәғерһеҙҙәрҙе лә илатырлыҡ, иң туң йөрәктәрҙе лә иретерлек.
Ата-әсә нигеҙен һаҡлаусы, көләс йөҙлө, шаян тәбиғәтле Гөлсинә Зәйнуллина. Бына кемдә дәрт-дарман, бына кемдә сәхнә матурлығы, бына кем йыр менән бергә бейеү донъяһына ла ғашиҡ иттереүсе. Уның йырҙары ла үҙе шикелле ялҡынлы, яҡты булды, йәшәүгә дәрт өҫтәне.
Бөгөнгө көндә ҡайһы бер ауылдарҙа саралар уҙғарыу тигән нәмә онотолоп бара, йәшереп тораһы юҡ, хатта ауыл проблемаларын хәл итәһе йыйындарға ла йөрөмәй ҡайһы берәүҙәр. Мәктәптәре булған ауылдарҙа хәл еңелерәк әле. Ә бына клубы ла, мәктәбе лә булмаған ауылдарҙа мәҙәни тормошто йәнләндереү, йыр төркөмдәренә ойоштороу, ай-һай, сетерекле мәсьәлә. Туҙлыҡуш ауылының “Гөлнәзирә” йыр төркөмө иһә 25 йыл ауыл сәхнәһенән төшмәй! Шул төркөмгә йөрөгән ҡыҙҙар (апайҙар тиһәм, бәлки, дөрөҫөрәк булыр) ауыл халҡының, үҙҙәренең күңелен күреп, йырлап, саралар уҙғарып, матур итеп йәшәй. Һүҙ ҙә юҡ, һәр эштә башлап йөрөүсе фанаттар, ауыл йәнен һүндермәү өсөн ваҡытын, көсөн ҡыҙғанмаған, ғәмле кешеләр кәрәк. Туҙлыҡуш ауыл биләмәһе башлығы – эшен белеп башҡарыусы, төплө һүҙле Ләлә Харисова, педагогик хеҙмәт ветераны Рима Исхаҡова, шағир Камил Фазлый ана шундайҙарҙан. Ә ауыл китапханасыһы, барлыҡ сараларҙың сценарийҙары авторы, уларҙы үҙе сәхнәгә ҡуйыусы, нәфис һүҙ оҫтаһы, ижади күңелле Лена Бин ҡыҙы Юлаева – Туҙлыҡуш ауылының үҙе бер яҡты йондоҙо.
Йондоҙҙар, йондоҙҙар... Ана һеҙ ни тиклем күп, ана һеҙ ниндәй нурлы, яҡты, йылы. Әгәр һеҙ булмаһағыҙ, күңел күген яҡтыртыуға күктәге йондоҙҙарҙың ғына “ҡулынан килмәҫ” ине. Рәхмәт һеҙгә!