Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2021, 15:00

Мин дә коронавирус менән ауырыным...

Статистика мәғлүмәттәрен ҡарап барып, коронавирус сире арҡаһында вафат булғандар һанының арта барыуын күреп йән әрней. Ҡыҙғаныс, әммә был аяуһыҙ сирҙән күптәр яфа сигә. Үҙем дә ауырығас, дуаханала ятҡанда, уның кемгә, нисек тәьҫир иткәнен, ниндәй ағзаларға зыян килтереүен күрергә, үҙемә кисерергә тура килде. Барыбыҙға ла һау-сәләмәт булырға яҙһын тигән теләктә ҡайһы бер кәңәштәрем менән уртаҡлашмаҡсы булам.

Мин дә коронавирус менән ауырыным...
Мин дә коронавирус менән ауырыным...

Әммә быға тиклем Бәләбәйҙең ковид-госпитале хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәттәремде еткергем килә. Унда бурыстарына ифрат яуаплы ҡараған, тырыш, иҫ киткес түҙемле кешеләр – үҙ эштәренең оҫталары эшләй. Елена Анатольевна Винайко һәм Әлфиә Сәйет ҡыҙы Вәлиева етәкселегендә иң яҡшы команда тупланған. Кәрәкле бер дарыуға ла ҡытлыҡ юҡ, барыһы ла бар. Таҙалыҡ, һәр кемгә етди иғтибар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә ашатыуға килгәндә, меню бер ваҡытта ла ҡабатланманы. Аштар һәр саҡ йылы, диетик, шул уҡ ваҡытта ризыҡтар туҡлыҡлы һәм бик тәмле булды. Ә бит хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла  махсус кейемдә! Ошо ныҡ эҫе көндәрҙә улар синтетик костюмдарҙа, кейем дә алыштыра, һөртөнә лә алмайынса, зарланмайса, киреһенсә, яғымлы тауыштары, иғтибарлы мөнәсәбәттәре менән ауырыуҙарҙың күңелдәрен күтәрергә тырыштылар. Мин ҡыҙғаныу һүҙҙәре әйткәс, бер ауырыу: «Ну, кем кемгә уҡыған инде», тип көлөмһөрәп ҡуйҙы. Әммә был пандемияға бер кем дә, донъя үҙе әҙер түгел ине! Медицина уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә матур, ап-аҡ халатттарҙа, костюмдарҙа эшләргә хыялланған бит улар!

 Ҡасан да булһа был афәттәр еңелер, дуаханабыҙҙа ремонт үткәрелеп, алла бирһә, елләткестәр ҙә ҡуйылыр, эш шарттары тағы яҡшырыр тигән ниәттә мин. Бәләбәй дауаханаһы бар яҡлап та ышаныслы булһын, унда эшләгән һәр кемгә хеҙмәтенә лайыҡлы эш хаҡы ла түләнһен, юғары маҡтау исемдәре лә бирелһен, тип теләйем мин.

Инде кәңәштәргә күсәйек. Беренсенән, үҙегеҙгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ, аҙ ғына шик тыуһа ла, дауаханаға барығыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәкерле сиргә йәштәр ҙә бирешә.

Икенсе кәңәшем: төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, ҡурҡып ҡалмаҫҡа, айыҡ аҡыл һаҡлап, табиптарҙың күрһәтмәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Әйтәйек, дарыуҙарға ғына ышанып ятмаҫҡа, күнегеүҙәр эшләргә, үпкә тураһына арҡаға массаж яһарға. Аҙ хәрәкәтләнгәндә ҡан ойоша башлай, тромбтар барлыҡҡа килеүе – иң ҡурҡынысы.

Өсөнсөнән, һеҙҙе дауалаған медицина хеҙмәткәрҙәрен бер  аҙ булһа ла ҡыҙғанығыҙ, гел уларҙан ярҙам һорап ятмағыҙ, үҙегеҙҙе боролорға, тороп ултырырға мәжбүр итегеҙ.

Мин әле йәшәйем тип, өмөтлө маҡсаттар ҡуйып, уйҙарығыҙҙы тик терелеүгә йүнәлтегеҙ. Яҡындарығыҙҙың һеҙҙең өсөн ҡайғырыуҙарын иҫтә тотоп, яҡшы хәбәрҙәр генә ебәрергә тырышығыҙ.

Ләлә Харисова, Туҙлыҡуш ауылы.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: