Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2021, 16:00

Романов мәктәбе

Бәләбәйҙең 240 йыллығы уңайынан элекке биналар менән танышыуҙы дауам итәбеҙ.

Романов мәктәбе
Романов мәктәбе

Ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән был ике ҡатлы бина 1912 йылда һалынған һәм Романов мәктәбе тип йөрөтөлгән.
Бер фаразлау буйынса мәктәпкә исем 1913–1914 уҡыу йылында Романовтар династияһының 300 йыллығы айҡанлы бирелгән. Икенсе фараз, Бәләбәй ҡалаһы архивы мәғлүмәттәренә ярашлы, башланғыс мәктәп земство аҡсаһына төҙөлгән һәм уның тәүге директоры Романов Илья Романович хөрмәтенә шулай аталған. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан мәктәп урта мәктәпкә әйләнә, ә 1950 йылда 1-се ете йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә.

1979 йылда мәктәп башҡа бинаға күсерелә (Ҡыҙыл армеец урамындағы элекке ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы бинаһына – әле ул 1-се урта мәктәп). 1979 йылда был бинаны йәш натуралистар һәм тәжрибәселәр станцияһына бирәләр. Бер ни тиклем ваҡыт беренсе ҡатында эшсе йәштәр мәктәбе лә эшләй. 1993 йылдан бинаны тулыһынса экология-биология үҙәге биләй.

Әлеге ваҡытта ул, профилен һаҡлап, «Яңы быуын» өҫтәмә белем биреү учреждениеһына (элекке Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто) ҡарай.
Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы материалдары буйынса

Автор:
Читайте нас: