Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 15:00

«Ҡара генерал»дың даны мәңгелек

«Ҡара генерал» Бөйөк Ватан һуғышында фашистарға ҡаршы һуғышҡан партизан отрядтарын ойошторған легендар шәхес, Чехословакияның Милли батыры. Адольф Гитлерҙың шәхси дошманы... Күптәрегеҙ кем тураһында һүҙ барғанын аңлап алғандыр.

«Ҡара генерал»дың даны мәңгелек
«Ҡара генерал»дың даны мәңгелек

Эйе, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың, халҡыбыҙҙың сикһеҙ ғорурлығына, һоҡланыуына мең лайыҡ Даян Фәтхелбаян улы Мурзин ул.

Әгәр иҫән булһа, быйыл 20 ғинуарҙа уға 102 йәш тулған булыр ине. Ошо уңайҙан республиканың төрлө төбәктәрендә саралар, шул иҫәптән Кушнаренкола ҡабатланмаҫ шәхес иҫтәлегенә ҙур фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Бөтә донъя татар конгресының Бәләбәй бүлексәһе етәксеһе Рәсүл Гәрәевтең ойоштороуы һөҙөмтәһендә беҙ, бер нисә кеше, унда барыу, әлеге шәхесте күреп белгән, аралашҡан мәртәбәле ҡунаҡтарҙың хәтирәләрен тыңлау бәхетенә ирештек. Рәхмәт уға. Күңел офоҡтары тағы ла киңәйҙе, ҙур хәрефтән Шәхес, шундай улдары булған тыуған халҡыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тағы ла көсәйҙе.

Конференцияның Кушнаренко ерендә ойошторолоуы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт үҙәге бинаһы залын тултырып, Кушнаренко педагогия колледжы уҡыусыларының килеүе  осраҡлы түгел. Сөнки 1919 йылдың 20 ғинуарында Баҡалы районының Иҫке Балыҡлы ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән Даян Мурзин бала саҡта уҡытыусы булырға хыялланған. Айырыуса математика фәнен яратҡан. Мәктәптән һуң, уҡытыусы булырға теләп, Кушнаренко педагогия училищеһына белем алырға киткән. Уны тамамлап, ауыл мәктәбендә мөғәллимлек итә башлаған. Бөгөнгө көндә был уҡыу йорто Даян Мурзин исемен йөрөтә. Әйткәндәй, уларҙың ғаиләһендә 10 бала  – бер ҡыҙ, туғыҙ малай үҫкән.

Аяғүрә баҫып Рәсәй гимнын тыңлау менән башланып киткән сара Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙың сығышы менән дауап итеп, батырлыҡ, Ватанға һөйөү менән һуғарылған йырҙар менән үрелеп барҙы. Сараның инеш өлөшөндә видеоөҙөк күрһәтелеп, Даян Фәтхелбаян улының үҙ тауышын да ишеттек. Ә сығыштар иһә шул ҡәҙәр ихлас булды, уларҙа легендар кеше менән сикһеҙ ғорурланыу ҙа, уға ҡарата һоҡланыу ҙа мөлдөрәмә ине.

Кушнаренко район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыа башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин сәләмләү һүҙе менән сыҡты, ҡурҡыу белмәҫ, зирәк яҡташары менән сикһеҙ ғорурланыуҙарын белдерҙе. 2020 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан күп профилле педагогик колледжға Даян Мурзин исеме брелеүе, ә 2021 йылда ошо уҡыу йорто ихатаһында уға халыҡ аҡсаһына бюст ҡуйылыуы хаҡында бәйән итте. Әлеге һынды махсус барып ҡараныҡ, ул иҫ киткес зауыҡ менән эшләнгән.

Шағир, яҙыусы, педагогия фәндәре докторы Әлфис Ғаязовтың сығышын залда ултырған студенттар ҙур диҡҡәт менән тыңланы. «Кесе тыуған ил бындай геройҙарҙан башҡа йәшәй алмай. Даян Мурзин сикһеҙ үҙ халҡына бирелгән ине», – тине ул.

Шағирә, Башҡортсотандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Хәлисә Мөхәмәҙиеваға Даян Фәтхелбаян улы менән яҡындан оҙаҡлап аралашыу бәхете тейгән. Чехтар төшөрһә лә, беҙҙә уның хаҡында фильм булмауы уны ошо изге эшкә алынырға мәжбүр иткән һәм ул «Ҡара һаҡал» тураһында документаль фильм эшләгән. Хәлисә ханым: «ул уникаль кеше, иҫ киткес ихтыяр көсөнә, зирәк аҡылға һәм үтә ҡатмарлы тормош биографияһына эйә ине», – тине.

Ә бына яратҡан шағирәбеҙ Дилә Булгакова 60 йылдан артыҡ ғаиләләренең дуҫ, күршеләр булып йәшәүен бәйән итте. «Иҫ киткес бала йәнле, кеселекле ине Даян Фәтхелбаян улы. Гел татарса һөйләштек»,–  тине ул. Дилә ханым герой иҫтәлегенә үҙе яҙған шиғырын уҡыны.

Тыныс тормошта Д. Мурзин оҙаҡ йылдар прокуратура өлкәһендә эшләгән. Шуға ла сығыш яһаусылар араһында әлеге өлкәгә ҡараған ҡунаҡтар ҙа бар ине. Әйтәйек, отставкалағы прокурор Динар Шакиров үҙ аҡсаһына Дүртөйлөлә Даян Мурзин бюсын ҡуйыуға ирешкән. Отставкалағы полковник Илдар Дәүләтов Кушнаренкола бюст ҡуйыуҙы башлап йөрөүселәрҙең береһе булған. Отставкалағы полковник, шағир, йыр һүҙҙәре яҙыусы Венер Фәттәхов легендар шәхескә бағышлаған шиғырын уҡыны, йыр башҡарҙы. РФ Прокуратураһының почетлы хеҙмәткәре Гүзәл Мәсәғүтова Өфөлә «Нур» театры янында Д. Мурзинға бюст ҡуйылыуын, унда бөгөнгө быуындың даими тере сәскәләр һалып тороуын бәйән итте.

Республиканың Дан музейы етәксеһе Илшат Үтәев дәһшәтлн һуғыш йылдары, Башҡортостандан 700 мең кешенең яуға китеүе, 322 меңе ятып ҡалыуын хәтергә төшөрөп, күңелдәрҙе тетрәтте. Даян Мурзиндың дошмандарҙың шәхси дошманы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Һуғышта ғына түгел, тыныс тормошта ла батырлыҡҡа урын бар. Профессор, социология фәндәре докторы Рөстәм Марат улы Әхмәҙинуров әһәмиәтле сара-ваҡиға менән ҡотлап, милиция хеҙмәткәре – батыр ағаһы тураһында һөйләне. Ул 1972 йылда йөк машинаһы аҫтында ҡалыуҙан алты баланы ҡотҡарып, үҙе һәләк булған. Руль артында иҫерек водитель ултырған. Милиционер йәшен тиҙлеге менән машина подножкаһына баҫып, рулде борорға өлгөргән. Тик үҙе машина тәгәрмәсе аҫтында ҡалған. Кушнаренколар уны ла онотмай, 2022 йылдың майында уға – кесе милиция лейтенантына бюст ҡуйылған.

Кушнаренко ере йырсыларының, шудай уҡ педколледж уҡыусыларының йырҙары, көн ҡаҙағына һуғылған шиғырҙары сараны тағы ла тулыландырҙы, хис-тойғоларға байытты. Татар конгресының Башҡортостандағы вәкиллеге етәксеһе Альфред Дәүләтшиндың, Башҡортостан татар конгресы етәксеһе Заһир Хәкимовтың колледждың алдынғы уҡыусыларына Рәхмәт хаттары тапшырыуы урынлы булды.

Өс сәғәткә һуҙылған сара... Иҫ киткес шәхескә һоҡланыу... Тәьҫирләнеү...

Әле ғилем эстәп кенә йөрөгән ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе тыныслыҡ һәм һуғыш, батырлыҡ һәм түбәнлек тураһында уйланырға, фекерләргә этәрмәй ҡалмағандыр. Бер нәмә лә иҫтән сыҡмай, бер кем дә онотолмай. «Ҡара генерал»дың даны мәңгелек!

P.S.Бәләбәй үҙәк китапханаһында Даян Мурзин тураһында китаптар бар, уҡығыҙ.

Зәйфә Сәлихова

 

 

Автор:
Читайте нас: