Бөгөн Өфөлә журналистарҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Федераль, республика һәм ҡала киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре «Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл» юбилей миҙалдарына лайыҡ булды. Йыл дауамында Өфөнөң юбилейына арналған сараларҙы әҙерләү һәм уларҙың үткәреү барышын яҡтыртҡан журналистарға наградаларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Денис Ғәниев тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр исемлегендә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Ольга Горюнова һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары, «Эксперт Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Станислав Шахов та бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң 450 йыллығына арналған рәсми саралар август аҙағында уҙҙы.