Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
28 Октябрь , 08:51

Рәсәй банкы төп ставканы йылына 21% тиклем күтәрҙе

...

Рәсәй банкы төп ставканы йылына 21% тиклем күтәрҙе
Рәсәй банкы төп ставканы йылына 21% тиклем күтәрҙе

Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы 19 проценттан 21 процентҡа тиклем арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Был хаҡта Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәте белдерҙе. Билдәләнеүенсә, инфляция Рәсәй банкының июлдәге прогнозынан юғарыраҡ. 21 октябргә ҡарата, йыллыҡ инфляция 8,4% тәшкил иткән һәм 2024 йыл йомғаҡтары буйынса 8-8,5% тирәһе булыр тип көтөлә.

Рәсәй банкы Директорҙар советының киләһе ултырышы 20 декабрҙә була. Унда төп ставканың кимәле тураһында мәсьәлә ҡарала. Рәсәй банкы киләһе ултырышта ставканың йәнә артыуы ихтималлығын фаразлай.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-10-25/bank-rossii-podnyal-klyuchevuyu-stavku-do-21-godovyh-3984438

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: