Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Айыҡ ауыл
30 Октябрь , 09:09

Фейхоа - йодҡа бай экзотик емеш

Был емеште һәр кем үҙенсә файҙалана: кемдер дауа өсөн, икенселәр унан аш та бешерә, һут та ҡайната.    

Фейхоа - йодҡа бай экзотик емеш
Фейхоа - йодҡа бай экзотик емеш
Фейхоа - йодҡа бай экзотик емеш булыуы менән билдәле. Йылы яҡтарҙа үҫкән был емеш һуңғы ваҡытта һатыу кәштәләрендә күренә башланы һәм күптәр уны теләп ҡуллана. Был емеште һәр кем үҙенсә файҙалана: кемдер дауа өсөн, икенселәр унан аш та бешерә, һут та ҡайната.
 
Ә бына бал ҡушылған фейхоа ҡалҡан биҙе, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы сирҙәренә файҙалы, шулай уҡ ларингит, ангина булғанда ла ярҙам итә. Уны эшләү өсөн 1 кг фейхоаны ит турағыстан үткәрергә, шул ҡәҙәр бал ҡушып, банкаға тултырып ҡуйырға. Көнөнә өс тапҡыр 1-шәр сәй ҡалағы ҡабырға.
 
Фейхоала еңел үҙләштерелә торған шәкәр бар, һимереү, шәкәр диабетынан, аллергиянан яфаланыусыларға һаҡ булырға кәңәш ителә. Фейхоа миҙгеле сентябрҙән алып ғинуарға тиклем. Ошо осорҙа үҙегеҙҙең организмығыҙҙы йод менән байыҡтыра алаһығыҙ. Әммә һәр нәмәлә сама булырға тейеш.
 
Фото: kuban24.tv
Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: