Хеҙмәт юлын колхозда башлай, артабан бер нисә йыл Октябрьскийҙың быраулау эштәре идаралығында эшләй.
Хәҙер Рәмис Фәниз улы ауыл биләмәһен төҙөкләндереүҙә төп эштәрҙе башҡара. Йәйен – юл ситтәрен саба, юлдарҙы тигеҙләй, ҡышын – ҡарҙан таҙарта һ.б. Уҙған йыл ауыл хакимиәте алған яңы МТЗ-82.1 тракторына ултырған.
Мәтәүбаш ауыл биләмәһе ауыл советы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Борисов әйтеүенсә, Рәмис Зәйнуллиндың техникаһы һәр саҡ әҙер.
– Теләһә ҡайһы ваҡытта эшкә сыға, ҡаршылашып тормай, ышаныслы ярҙамсы. Эшенә зарланыусылар юҡ. Әммә Аҡҡайын ауылын ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе тора. Ауылға юлды юл хужалығы (Әлшәй юл идаралығының Бәләбәй участкаһы) хеҙмәтләндерә, ә урамдарҙы беҙ таҙартабыҙ. Ҡай саҡ юлсылар һуңлай, һәм беҙҙең бик ҡеүәтле булмаған трактор ваҡытында урамдарҙы таҙарта алмай. Беҙгә В. Якушин хужалығы ла ярҙам итә, – тип һөйләне Игорь Владимирович.
Тракторсы менән әңгәмәләшкәндә уның тағы нәмәләр менән шөғөлләнеүен белдек. Рәмис Фәниз улы үҙ йортонда йәшәй, хужалыҡ эштәре менән мәшғүл. Ҡыҙҙарының үҙ ғаиләләре бар, икеһе лә – уҡытыусы. Береһе – Октябрьскийҙа, икенсеһе Бәләбәйҙә йәшәй. Ике ейәндәре, ике ейәнсәрҙәре бар. Йыш ҡайта алмауҙары ғына йәл. Барыһы ла эш, уҡыу менән мәшғүлдәр.
– Иң мөһиме, улар бар! , – ти Рәмис Зәйнуллин.
Уның кеүек ирҙәр өсөн башҡарылмай торған эштәр юҡ.
Любовь Иванова.
Фото ауыл биләмәһенән