Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
19 Ғинуар 2025, 14:00

Йәш белгестәргә 750 мең һум аҡса бирелә

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза һәм документтар 2025 йылдың 22 ғинуарынан 7 февраленә  тиклем ҡабул ителә.

Йәш белгестәргә 750 мең һум аҡса бирелә
Йәш белгестәргә 750 мең һум аҡса бирелә

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашырға теләгән йәш белгестәрҙән документтар ҡабул итеү башлана, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ауыл хужалығы ойошмалары йәш белгестәренә аяҡҡа баҫыр өсөн 750 мең һум күләмендә аҡса бүлеү ҡарала.  Дәүләт ярҙамы агросәнәғәт комплексында кадрҙар ҡеүәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла.  

– Быйылғы йылдан яңы “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү”милли проекты эш башлай. Уның бер башланғысы “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” тип атала. Маҡсаты – 2030 йылға тиклем агросәнәғәт комплексы предприятиеларын 95 процентҡа тиклем кадрҙар менән тәьмин итеү. Бының өсөн тармаҡты йәш белгестәргә ҡыҙыҡлыраҡ итергә һәм уларҙы әҙерләүҙе заман талаптарына ярашлы юғары кимәлгә еткерергә кәрәк, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыусылар ауыл ерендә урынлашҡан Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы ойошмаларында эшләргә тейеш.

Ҡатнашыу өсөн ғариза һәм документтар 2025 йылдың 22 ғинуарынан 7 февраленә  тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығының фәнни-белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү итеү бүлегендә ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт, 306-сы кабинет. Эш сәғәте: 9.00 – 18.00, тәнәфес 13.00-дән алып 14.00-гә тиклем.

Кәрәкле мәғлүмәтте, документ өлгөләрен https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/602985/   һылтанмаһы буйынса табырға була.

Фото һәм сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/917522#scroll.

 

 

Автор:
Читайте нас