Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Февраль , 09:57

«Шаран ер еләге" бик популяр

Олег Димитриевтың ауыл хужалығы кооперативы - республикала ер еләген йыл әйләнәһенә үҫтергән берҙән-бер кооператив.

«Шаран ер еләге" бик популяр
«Шаран ер еләге" бик популяр

Шаран районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 

Райондың бизнес-шәрифе Рәнис Хәбибуллин  белдереүенсә, республикала «Шаран ер еләге» ауыл хужалығы кооперативы еләктәре хаҡында күптәр белә, улар бик популяр. Олег Димитриевтың хужалығы - Шаран районында еләк үҫтереү буйынса иң эреләрҙең береһе. Үҙ эшмәкәрлеген ул 2007 йылда бер нисә түтәлдән башлағайны. Әле ер еләген 15 гектарҙан ашыу майҙанда үҫтерәләр.

Олег Димитриевтың ауыл хужалығы кооперативы - республикала ер еләген йыл әйләнәһенә үҫтергән берҙән-бер кооператив. Ябыҡ грунтта еләк ултыртыу менән кооператив рәйесе 2022 йылда шөғөлләнергә хәл иткән. Теплица хужалығының майҙаны 500 квадрат метр тәшкил итә.

Бындай уңыштарға өлгәшергә Олег Николаевичҡа яҡшы эшҡыуарлыҡ һәләте генә түгел, шулай уҡ ярҙам программалары ла ярҙам итте. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын яҡшыртыу программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә эшҡыуар тәүлек әйләнәһенә автоматик һыу һибеү системаһы менән аҡыллы теплица төҙөгән һәм еләк морсы ҡойоу буйынса автоматлаштырылған етештереү линияһын һатып алған.

Эшҡыуар ер еләгенән, ҡурай еләгенән, ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағаттан һут етештереү цехын 2023 йылдың көҙөндә сафҡа индергән. Грант аҡсаһына ул шулай уҡ һыуытҡыс ҡорамал һәм «ГАЗель Next Рефрижератор» автомобилен һатып алған.

Һәр кесаҙна «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә үҙ проектығыҙ менән таныштыра йәки ғәмәлдәге бизнес буйынса консультация ала алаһығыҙ. Бының өсөн 8(34769) 2-24-92, 8-917-351-80-40 телефондарына шылтыратырға йәки минең менән бәйләнешкә инергә кәрәк.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

«Шаран ер еләге" бик популяр
«Шаран ер еләге" бик популяр
«Шаран ер еләге" бик популяр
«Шаран ер еләге" бик популяр
Автор:По материалам издания ИА "Башкортостан"
Читайте нас: