Бөтә яңылыҡтар

Эшҡыуарҙар финанс ярҙамы ала

Былтыр Башҡортостандың бәләкәй һәм урта бизнесы дөйөм суммаһы 39,3 миллиард һумлыҡ ярҙам алды.

Эшҡыуарҙар финанс ярҙамы ала
Эшҡыуарҙар финанс ярҙамы ала

Башҡортостандың бәләкәй һәм урта бизнесы Милли гарантия системаһының ярҙамы, шулай уҡ  ташламалы кредитлау программаһы буйынса ярҙам алды.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпрнимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской иницативы”) ярашлы, финанс ярҙамы республиканың 1,3 мең компанияһына бирелде.

“Был финанс ярҙамы ошо Милли гарантия системаһында ҡатнашыусыларға артабанғы үҫеш, шулай уҡ инвестициялар өсөн шарттар тыуҙыра. Эшҡыуарҙар был төр ярҙамға кредит өсөн залог булдыра алмаған осраҡта өмөт итә. Ул саҡта 50 процентты Милли гарантия системаһы үҙ өҫтөнә ала”, – ти Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы директоры Андрей Железняков.

Ташламалы хаҡҡа кредиттарҙан төрлө тармаҡ эшҡыуарҙары һәм үҙмәшғүлдәр файҙалана ала. Кредит суммаһы – ике миллиард һумға саҡлы. Быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын республикала 2,9 процентҡа арттырырға ниәтләйҙәр.

Фото: “Башинформ”.

Автор:по материалам издания "башкортостан"
Читайте нас: