Бөтә яңылыҡтар

Өс сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөлә

Быйыл Баймаҡ, Бәләбәй һәм Ҡыйғы райондарында сүп-сарҙы сорттарға айырыу линиялары төҙөлә.

Өс сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөлә
Өс сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөлә

Былтыр инвесторҙар менән дөйөм хаҡы яҡынса 10 миллиард һумлыҡ комплекслы ҡалдыҡтар әйләнеше объекттарын төҙөүгә өс концессия килешеүенә ҡул ҡуйылды. Быйыл республиканың өс районында заманса сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөләсәк. 2030 йылға тиклем ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса тағы ла 26 объект булдырырға ниәтләйбеҙ: дүрт сүп — сарҙы сорттарға айырыу комплексы, туғыҙ полигон, 13 утилләштереү объекты», - тигән Премьер-министр Андрей Назаров.

2024 йылда законһыҙ барлыҡ сүплектәр бөтөрөләсәк. Хәҙерге ваҡытта, Башҡортостанда 3,2 мең сүп-сар тупланмаһының 2,9 меңе бөтөрөлгән, иң ҙур полигондарҙы рекультивациялау ҡалған. Шуларҙың 91-е «Генераль йыйыштырыу» федераль проекты исемлегенә ингән, 13 сүплекте бөтөрөүгә федераль бюджеттан аҡса бүленәсәк.

Өс сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөлә
Өс сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөлә
Автор:по материалам издания "башкортостан"
Читайте нас: