Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Апрель , 11:57

Эшҡыуарҙар иғтибар үҙәгендә

Милли проект ярҙамы менән биш йыл эсендә Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 7,5 процентҡа артҡан.

Эшҡыуарҙар иғтибар үҙәгендә
Эшҡыуарҙар иғтибар үҙәгендә

Бөгөн бәләкәй һәм урта бизнес Башҡортостан иҡтисадының этәргес көсө булып тора. Төбәктә был өлкәлә 136 мең эшҡыуар эшләй. Уларҙың иҫәбе буйынса республика Волга буйында икенсе урында тора. Биш йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары иҫәбе 7,5 процентҡа артҡан.  Бында ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы саралары мөһим роль уйнай, шул иҫәптән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә.

– Былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Эшҡыуарҙарҙың айырым категорияларына ярҙам итеүгә баҫым яһаныҡ. 427 социаль һәм йәш эшҡыуарға 209 миллион һумлыҡ гранттар тапшырҙыҡ. Бында йәлеп ителгән федераль средстволар күләме буйынса беҙ ике йыл рәттән илдә беренсе урынды биләйбеҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Төбәк үҫеш институттары тарафынан былтыр 867 бәләкәй һәм урта бизнес субъектына финанс ярҙамы күрһәтелгән. Биш йылда уның күләме 2,9 тапҡырға артып, 5 миллиард һумға етте. Уҙған йылда эшҡыуарҙарҙан һәм үҙмәшғүлдәрҙән һалым керемдәре 10 процентҡа тиерлек артып, 16 миллиард һумдан ашҡан.

– Беҙ Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып үҙенсәлекле муниципаль тәжрибә – бизнес-шерифтар институтын индерҙек. 2019 йылдан барлыҡ муниципалитеттарҙа 13 меңдән ашыу “эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарылды. Триллион һумға тиерлек 20 меңдән ашыу проект ҡаралған, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

Автор:по материалам издания "башкортостан"
Читайте нас: