Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Апрель , 10:00

Байрам бүләк иттеләр!

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия бейеү ансамбле Яңауылда сығыш яһаны. 

Байрам бүләк иттеләр!
Байрам бүләк иттеләр!

Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы муниципаль райондың ауыл-ара мәҙәни-ял итеү үҙәге сәхнәһендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты үтте. Сараны "Мәҙәниәт" милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторҙолар.

Быйыл ансамбль үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был – башҡорт профессиональ хореография сәнғәтен үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия менән бүләкләнгән берҙән-бер коллектив. Ғәскәровсылар Яңауыл халҡына байрам мөхитендә ваҡыт уҙғарырға һәм сағыу бейеү программаһын ҡарарға мөмкинлек бирҙе.

Үҙ тарихында коллектив бер нисә быуын данлыҡлы бейеүселәр тәрбиәләгән. Яңауыл районы халҡы өсөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия бейеү ансамбле ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ялҡын” халыҡ бейеүҙәре художество етәксеһе Әхиәр Хәлитов үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләүе бик тә ҡыуаныслы.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Яңауыл районы хакимиәте.

Автор:по материалам издания "башкортостан"
Читайте нас: