Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Август 2024, 11:35

Бәләбәй – Туймазы – Баҡалы юлы яңыртыла

“Юл төбәктең төп селтәрҙәренең береһенә инә, шуға күрә уны норматив хәлдә тотоу бик мөһим”, - тинеләр Башҡортостандың юл хужалығы идаралығында. 

Бәләбәй – Туймазы – Баҡалы юлы яңыртыла
Бәләбәй – Туймазы – Баҡалы юлы яңыртыла

Бәләбәй ҡалаһынан – Туймазыға, артабан Баҡалы районы үҙәгенә барған юлда подрядсы ремонт программаһын тамамлай. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проектына (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) ярашлы башҡарыла.

Әлеге мәлдә юлдың сите тәртипкә килтерелә, артабан хәрәкәт һыҙаттары билдәләнәсәк. Ул ошо трасса башланған ете километр оҙонлоҡтағы йүнәлеш булып тора. Дәүләт һатып алыуы документтарынан күренеүенсә, контракттың хаҡы 202,7 миллион һум тәшкил итә.

“Юл төбәктең төп селтәрҙәренең береһенә инә, шуға күрә уны норматив хәлдә тотоу бик мөһим”, - ти Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы етәксеһе Артем Шамхалов.  

Быйыл шулай уҡ Бәләбәй районындағы өс километрлыҡ участка, Туймазы районындағы ике участка һәм 71-се километрҙағы күпер ҙә ремонтланасаҡ.

Фото: “Башинформ”.

Автор:По материалам ИА "Башинформ"
Читайте нас: