Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь 2024, 09:00

Балалар махсус медицина ярҙамы аласаҡ

Эксперттарҙың фекеренсә, бөгөн бәүел бүлеү системаһы сирҙәре донъяла  йышлығы буйынса  респиратор сирҙәренән һуң икенсе урынды биләй.    

Балалар махсус медицина ярҙамы аласаҡ
Балалар махсус медицина ярҙамы аласаҡ

Республикала йыл башынан алып өс медицина учреждениеһы тәү тапҡыр балаларға урология һәм андрология ярҙамы күрһәтеү буйынса лицензия алды. Шулай итеп, ошо профиль буйынса лицензия алған медицина учреждениеларының һаны алты процентҡа артты.

–Балалар урология-андрологияһы – медицинаның бәүел юлдары  сирҙәренә дусар балаларға махсус медицина ярҙам күрһәтеү бүлеге. Шулай уҡ енси ағзалар тайпылыштарына дусар малайҙар сәләмәтлеген дә күҙәтә, төрлө енси сирҙәрҙе дауалай, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Эксперттарҙың фекеренсә, бөгөн бәүел бүлеү системаһы сирҙәре йышлығы буйынса донъяла респиратор сирҙәренән һуң икенсе урынды биләй. Шулай уҡ балалар урологияһында бәүел-енес системаһында  тайпылыштар һәм үҫеш аномалиялары йыш осраған  проблема булып тора. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензиялар алыуҙы мөмкин тиклем  ябайлаштырҙы. Хәҙер яңы лицензия алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү 15 көн тәшкил итә.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: