Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Ноябрь 2024, 12:00

Күҙҙәр хәстәрлек ярата

Мәғлүмәт технологияларын әүҙем ҡулланыу менән бәйле, халыҡтың күҙҙәре сәләмәтлеге  көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде...

Күҙҙәр хәстәрлек ярата
Күҙҙәр хәстәрлек ярата

Быйыл ғинуарҙан октябрь айына тиклемге осорҙа  өс медицина ойошмаһы медицина оптикаһы буйынса эшмәкәрлек өсөн лицензия алды. Уларҙың икәүһе Өфөлә, өсөнсөһө –Стәрлетамаҡ ҡалаһында.

– Әлеге ваҡытта эшмәкәрлектең был төрө буйынса Берҙәм лицензиялар реестрында 19 медицина ойошмаһы теркәлгән. Икәүһе дәүләт милке формаһында, 17-һе – шәхси ҡулдарҙа, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

 Уның аңлатыуынса, мәғлүмәт технологияларын әүҙем ҡулланыу менән бәйле, халыҡтың күҙҙәре сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Медицина оптикаһы  күреү үткерлеген,  бинокуляр күреүсәнлекте тикшерә, астигматизмды асыҡлай. Диагностиканан тыш, медоптик кисектергеһеҙ медицина ярҙамын күрһәтә, күреү коррекцияһы сараларын һайлай, кәңәш-тәҡдимдәре менән уртаҡлаша.

Хәҙерге ваҡытта эшҡыуарҙарға лицензиялар алыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған.Тәүге тапҡыр лицензияны рәсмиләштереү өсөн 15 көн етә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: https://vk.com/ufoptika  

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: