Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ғинуар , 09:00

Күршеләрҙә ниҙәр бар?

Йәрмәкәйҙә заманса залды булдырыуға «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу саралары булышлыҡ иткән

Күршеләрҙә ниҙәр бар?
Күршеләрҙә ниҙәр бар?

Яңы йыл алдынан ғына Йәрмәкәй районы үҙәгендә  ғаилә менән бергә матур фильмдар ҡарау мөмкинлеге биргән яңы кино залы асылды. Был хаҡта район хакимиәте хәбәр итә. 

Заманса залды булдырыу РФ Президенты В.В. Путин иғлан иткән күп милли проекттарҙың береһе – «Мәҙәниәт»те тормошҡа ашырыу саралары ярҙам иткән.

Кино залы райондың мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Бында заманса ҡорамалдар алынған: күп каналлы тауыш системаһы, ҡеүәтле һанлы проектор, экран, кино таҫмаһын күрһәтеү серверы һәм башҡа кәрәкле йыһаз. Хәҙер йәрмәкәйҙәр тыуған яҡтарынан ситкә сыҡмайынса ла фильмдар ҡарау мөмкинлегенә эйә.

«Кино залы хәҙерге заман талаптарының бөтәһенә яуап бирә. Ул йәрмәкәйҙәр өсөн яҡшы ял урынына әүерелер һәм бер ҡасан да буш тормаҫ, тип өмөтләнәм», –  тине залды асыу тантанаһында район хакимиәте етәксеһе Илшат Райманов. 

Яңы залда иң беренсе булып уҡыусылар, мәҙәниәт һарайы түңәрәктәренә йөрөүселәр фильм ҡараған. 

Сығанаҡ, фото: Йәрмәкәй районы хакимиәтенең сайты.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: