Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Октябрь 2025, 18:00

Шәп препарат уйлап тапҡандар

Ул арпа, һоло, бойҙай, ужым арышы, шәкәр сөгөлдөрө, емеш-еләк, ағас үҫентеләре, дарыу үләндәре һәм тәмләткестәрҙең уңышын бермә-бер арттырасаҡ, ти ғалимдар. 

Шәп препарат уйлап тапҡандар
Шәп препарат уйлап тапҡандар

«Йәштәр һәм балалар» милли проектын (национальный проект «Молодежь и дети») тормошҡа ашырыуға ярашлы, Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгенең вуз-ара кампусы резиденты – Өфө фән һәм технологиялар университеты «А төркөмө» ғилми-тикшеренеү ойошмаһы менән берлектәге яңы лаборатория булдырған. Башланғыс «Стандартэко» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.

Башланғыстың  төп бурысы – агрохимия өлкәһендәге алдынғы тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү. Был эштең һөҙөмтәһе булып Өфө фән һәм технологиялар университетының Химия һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡланыу институты ғалимдары тарафынан эшләнгән үҫемлектәрҙең үҫешен көйләүсе яңы «Рифтал» препараты тора.

– Был – фән һәм бизнестың үҙ-ара уңышлы эшмәкәрлек итеүенең сағыу миҫалы. Бындай симбиоз «Рифтал» кеүек алдынғы эшләнмәләр алыу ғына түгел, ә уларҙы тиҙ арала баҙарға сығарыуҙы тәьмин итеү мөмкинлеген дә бирә. Был республиканың агросәнәғәт комплексының технологик үҫешенә булышлыҡ итә һәм Башҡортостандың илдең фәнни үҙәктәренең береһе булараҡ позицияһын нығыта, – тип билдәләне Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Яңы препарат иген һәм техник культураларға комплекслы йоғонто яһай. Ул орлоҡтарҙың шытып сығыуын арттыра, уларҙың класын һәм иген сорттарын яҡшырта, шул уҡ ваҡытта сығымдарының аҙлығы менән айырылып тора. «Рифтал» шулай уҡ гербицидтарҙың тәьҫирен нейтралләштерә һәм үҫемлектәрҙең ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен көсәйтә. Препараттың үҙенсәлеге уның универсаль булыуында: ул арпа, һоло, бойҙай, ужым арышы, шәкәр сөгөлдөрө, емеш-еләк, ағас, дарыу үләндәре һәм тәмләткестәр өсөн яраҡлы.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте (pravitelstvorb.ru)

 

 

Автор:
Читайте нас