Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Октябрь 2025, 10:00

«ЭкоТолк» халыҡ-ара экологик диктантында ҡатнашығыҙ

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы «ЭкоТолк» халыҡ-ара диктанты өсөн майҙансыҡ буласаҡ.

«ЭкоТолк» халыҡ-ара экологик диктантында ҡатнашығыҙ
«ЭкоТолк» халыҡ-ара экологик диктантында ҡатнашығыҙ

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы бөгөн, 15 октябрҙә, «ЭкоТолк» халыҡ-ара экологик диктантын яҙырға теләүселәрҙе саҡыра. Сара “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) буйынса уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл диктант “Планета – беҙҙең дөйөм йорт” девизы аҫтында үтә һәм Ер экосистемаларын һаҡлау темаларына һәм йыһан киңлеген үҙләштереүҙең экологик аспекттарына арналған.

Акцияға 24 октябргә тиклем бөтә донъя буйынса офлайн майҙансыҡтарҙа ла, рәсми порталда онлайн форматта ла ҡушылырға мөмкин: ecodiktant.ru. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында диктант яҙыу өсөн һылтанма буйынса алдан теркәлеү талап ителә.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә.

Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: ecology.bashkortostan.ru.

Автор:
Читайте нас