Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
12 Апрель 2023, 13:00

Пенсионерҙарға һәм инвалидтарға сертификаттар бирелә башлай

Башҡортостанда хаҡлы ялдағылар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр туристик юллама хаҡының бер өлөшөн ҡаплау өсөн сертификаттар алыу мөмкинлегенә эйә.

Пенсионерҙарға һәм инвалидтарға сертификаттар бирелә башлай
Пенсионерҙарға һәм инвалидтарға сертификаттар бирелә башлай

Республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сертификаттар 27 апрелдә тапшырыла башлай. Уларҙы Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында, шулай уҡ «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә алырға мөмкин.

2023 йылда Башҡортостанда 905-кә яҡын кешене дөйөм хаҡы 7,8 миллион һумлыҡ туристик юлламалар менән тәьмин итеү күҙаллана. Пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн республика маршруттары буйлап 165 социаль тур бар.

Бынан алдараҡ эксперт советы Башҡортостан Республикаһы маршруттары буйлап 154 социаль тур һайлап алғайны.

Башланғыс «Башҡортостан Республикаһында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү» дәүләт программаһының «Башҡортостанда туризмдың социаль ролен үҫтереү һәм көсәйтеү»ярҙамсы программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Фото: Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы

Автор:
Читайте нас: