-7 °С
Болотло
«Яңы йылдан ишле ғаиләләргә яңы льгота булдырыла. Әгәр бала түләүле мәктәптә, йә иһә колледжда һәм юғары уҡыу йортонда түләүле нигеҙҙә уҡып йөрөһә, республика ғаиләнең уҡыу йылында түләүле белем алыуға сығымының яртыһын бюджеттан ҡаплай, ләкин сумма 30 мең һумдан артмай. Был льгота көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкәсә балаларға ҡағыла», - тине «Башинформ» агентлығына ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.