Бәләбәй сыр етештереүселәре предприятиеның юбилейына лайыҡлы бүләк әҙерләне
Бөтөн Рәсәй 19-сы “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһенә, сара октябрь башында Мәскәүҙә уҙҙы, Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары ҡуйылған. Бәләбәйҙең быйыл 85 йәшен билдәләүсе Почет билдәһе орденлы һөт комбинаты продукцияһы йәнә юғарыла булған.
Бөгөн Бәләбәй һөт комбинаты юғары технологиялы производство, унда барлыҡ эш автоматлаштырылған һәм 30 төрҙән ашыу ҡаты сыр етештерелә. Күргәҙмәгә ярашлы, “Юғары технологиялы аҙыҡ-түлек етештергән өсөн” конкурсы ойошторолған һәм уҙғарылған. Конкурсҡа Бәләбәй һөт комбинаты тәҡдим иткән өс төрлө сыр ҙа иң ҙур наградаларға лайыҡ булған – “Купеческий”, “Башкирский медовый” һәм “Бельстер Янг” сырҙары алтын миҙал менән билдәләнгән.
“Алтын көҙ”ҙә “Рәсәйҙә ысын тәбиғи аҙыҡ-түлек” халыҡ-ара гастрономия фестивале үткән. Сара асыҡ презентациялар һәм Рәсәйҙең, сит илдәрҙең билдәлде шеф-ашнаҡсыларынан оҫталыҡ кластары рәүешендә уҙған. Фестивалгә продукцияларын тәҡдим итер алдынан етештереүселәр – гастрономия шоуында ҡатнашыусылар – етди һайлау үткән. Бөтөн илдән аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең иң-иң яҡшы етештереүселәре ҡатнашыуға саҡырылған, улар араһында Бәләбәй һөт комбинаты ла бар. Һөҙөмтәлә теләге булған һәр кем, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев менән РФ ауыл хужалығы министры Александр Ткачев Бәләбәй сырҙарын тәмләп ҡараған.
Предприятие белгестәренең эше шулай уҡ юғары баһаланған. Бәләбәй һөт комбинатының сыр етештереү комплексы технолог-консультанты Светлана Траутҡа Дмитрий Медведев II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены миҙалын тапшырған.
Ай һайын Бәләбәй һөт комбинаты 1000 тоннанан ашыу сыр етештерә һәм һата. Комбинат продукцияһы бөтөн Рәсәй буйынса –Ҡырымдан Владивостокка тиклем 250 ҙур ҡалала, шул иҫәптән Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта һатыла, шулай уҡ Ҡаҙағстанға сығарыла.