Республиканың Туймазы районында бешмә (ящур) вирусы табылыу сәбәпле Бәләбәй һөт комбинатында етештерелгән һөт, май һәм сырҙарҙы ҡулланмаҫҡа кәрәк, тигән имеш-мимеш таралды.
“БХ”-ға интервьюһында БР Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Флүрә Бермелеева был йәһәттән һатып алыусыларҙың борсолоуы нигеҙһеҙ: “Бәләбәй “Почет билдәһе” орденлы һөт комбинаты”нда етештерелеүсе продукцияның хәүефһеҙлеге гарантияланған, тип аңлатты.
– Бәләбәй “Почет билдәһе” орденлы һөт комбинаты “Меркурий” электрон системаһына тоташтырылған, ул бөтөн цикл буйынса технологик сылбырҙы күҙәтеү мөмкинлеге бирә: сеймалдан алып магазин кәштәһендәге әҙер продуктҡа тиклем, – тине Флүрә Сабирйән ҡыҙы. – Әйтергә кәрәк, малдар бешмәнең эпизоотик урындары булып танылған хужалыҡтар, ә улар Ҡандра, Йәрмөхәммәт, Үрмәкәй ауылдарында урынлашҡан, бер ваҡытта ла Бәләбәй һөт комбинатына һөт тапшырыусылар булманы. Шулай булһа ла карантин менән сиктәш хужалыҡтарҙан предприятиеға килгән барлыҡ һөт тәҡдим ителгән 76 градустан да түбән булмаған температурала икеләтә термик эшкәртеүгә дусар ителә, был иһә тулыһынса зарарһыҙ продукция сығарыуҙы тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.
“Бәләбәй һөт комбинаты” йәмғиәтендә БР Туймазы районында 21 көнлөк карантин ваҡытында эшләнәсәк һәм өлгөрөп етеү мәле бөткәнгә тиклем (ә был 60 тәүлек) бөтөн сырҙар ирекле башланғыста Роспотребнадзор һәм Россельхознадзорҙың бойондороҡһоҙ аккредитация үткән лабораторияларында хәүефһеҙлек күрһәткестәренә өҫтәмә тикшерелгән.
Әлеге ваҡытта магазиндарҙа быйыл йәй эшләнгән сырҙар һатыла. Майлы продукция етештереү өсөн комбинат шулай уҡ 2017 йылдың йәйендә яһалған майҙы ҡуллана. Карантин осоронда комбинат алған сеймалдан эшләнгән май Роспотребнадзор һәм Россельхознадзорҙың бойондороҡһоҙ аккредитация үткән лабораторияларында хәүефһеҙлек күрһәткестәренә тикшерелгәс һәм хуплау алғас ҡына файҙаланыласаҡ.
Һатып алыусылар хәүефһеҙ продукция менән эш итеүҙәренән шикләнмәһен һәм производствола контролдең юғары дәрәжәлә булыуын тағы бер тапҡыр раҫлар өсөн Бәләбәй һөт комбинаты ирекле башланғыста Россельхознадзорҙан предприятие цехтарын өҫтәмә тикшертә.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аңлата: ҡайнатылған һәм пастеризацияланған һөт, шулай уҡ юғары температурала эшкәртеү үткән башҡа һөт продукттары ҡулланыу өсөн зарарһыҙ.