Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Октябрь 2017, 17:01

Яҙын – өмәгә, көҙөн – “Артек”ка

Лидер сифаттары һәм тәбиғәтте яратыу федераль кимәлдә уңыш һәм лайыҡлы бүләк алып килгән Гөлнара Мурзина “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан өс туғыҙынсы класс уҡыусыһы “Эколидер” конкурсының федераль кимәлендә еңгәне өсөн диңгеҙгә путевка алған. Улар араһында Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбе уҡыусыһы Альбина Ширғәзина. Башҡортостандан делегация менән ул “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә экология сменаһына киткән.

Лидер сифаттары һәм тәбиғәтте яратыу федераль кимәлдә уңыш һәм лайыҡлы бүләк алып килгән
Гөлнара Мурзина
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан өс туғыҙынсы класс уҡыусыһы “Эколидер” конкурсының федераль кимәлендә еңгәне өсөн диңгеҙгә путевка алған. Улар араһында Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбе уҡыусыһы Альбина Ширғәзина. Башҡортостандан делегация менән ул “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә экология сменаһына киткән.
Йәш экологтар яҙын экология дәрестәре, өмәләр һәм төрлө акциялар уҙғарған. Улар республикала иң яҡшылар тип билдәләнгән һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы проектына ярашлы ойошторолған “Бергә эшләйәсәкбеҙ” конкурсының федераль этабында еңгән. Диңгеҙ буйындағы лагерға путевкаларҙы “Рәсәй экологияһы” проекты координаторы Рәсүл Ғосманов тапшырған.
– Халыҡ-ара үҙәктә һеҙгә беҙҙең республика һәм ҡалағыҙ намыҫын лайыҡлы яҡларға тура киләсәген онотмағыҙ. Беҙ Башҡортостанда экология хәрәкәте артабан да үҫешер, тип ышанабыҙ, – тигән Рәсүл Ғосманов.
Конкурста республиканан 700-ҙән ашыу белем биреү учреждениеһы вәкиле ҡатнашҡан, 570 экодәрес үткәрелгән.
Читайте нас