Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Ноябрь 2017, 17:31

Бәләбәйҙәр – республика баҫмаһы биттәрендә

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының август һанында Башҡорт гимназия-интернаты коллективының күп яҡлы эшмәкәрлеге тураһында күләмле мәҡәлә һәм шағир Камил Фазлыйҙың шиғырҙары донъя күрҙе. Алһыу Шәрипова Ижтимағи-сәйәси, әҙәби-нәфис баҫманың тышлығын Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, уҡыу ойошмаһының директоры Дилбәр Фәтхетдинованың фотоһы биҙәй. Артабан журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның “Рух тәрбиәсеһе” тип аталған күләмле мәҡәләһе республикала, хатта Рәсәйҙә алдынғы белем биреү усағының егерме йыллыҡ эшмәкәрлеге, уның етәксеһе һәм коллективы менән журнал уҡыусыларын яҡындан таныштыра. Балаларға уҡыу, йәшәү, үҫешеү, спорт, ижад һ.б. менән шөғөлләнеү өсөн бында бөтөн шарттар тыуҙырылыуы; юғары белемле һәм категориялы, иң мөһиме эштәренә мөкиббән, милли рухлы уҡытыусылар етәкселегендә бында Бәләбәй ҡалаһы һәм районынан, шулай уҡ республиканың төрлө райондарынан килеп белем алыусыларҙың ҙур уңыштарға ирешеүе хаҡында бәйән ителә. Баҫманың дүртенсе битендә дүрт тиҫтәгә яҡын белгестән торған тырыш, егәрле коллективтың да фотоһы бирелә.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының август һанында Башҡорт гимназия-интернаты коллективының күп яҡлы эшмәкәрлеге тураһында күләмле мәҡәлә һәм шағир Камил Фазлыйҙың шиғырҙары донъя күрҙе.
Алһыу Шәрипова
Ижтимағи-сәйәси, әҙәби-нәфис баҫманың тышлығын Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, уҡыу ойошмаһының директоры Дилбәр Фәтхетдинованың фотоһы биҙәй. Артабан журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның “Рух тәрбиәсеһе” тип аталған күләмле мәҡәләһе республикала, хатта Рәсәйҙә алдынғы белем биреү усағының егерме йыллыҡ эшмәкәрлеге, уның етәксеһе һәм коллективы менән журнал уҡыусыларын яҡындан таныштыра. Балаларға уҡыу, йәшәү, үҫешеү, спорт, ижад һ.б. менән шөғөлләнеү өсөн бында бөтөн шарттар тыуҙырылыуы; юғары белемле һәм категориялы, иң мөһиме эштәренә мөкиббән, милли рухлы уҡытыусылар етәкселегендә бында Бәләбәй ҡалаһы һәм районынан, шулай уҡ республиканың төрлө райондарынан килеп белем алыусыларҙың ҙур уңыштарға ирешеүе хаҡында бәйән ителә. Баҫманың дүртенсе битендә дүрт тиҫтәгә яҡын белгестән торған тырыш, егәрле коллективтың да фотоһы бирелә.
Баҫманың әҙәби биттәренең береһе тулыһынса билдәле яҙыусы Камил Фазлетдиновтың ижад емештәренән тора. Баш һүҙҙә былай тиелә: “Камил Фазлый – бәрәкәтле Бәләбәй ерен данлап ғүмер иткән, бар йәшәү көсөн тыуған еренә арнаған шағир. Киң йәмәғәтселеккә ул күберәк мәрәкә оҫтаһы булараҡ билдәле. Журналыбыҙға тәҡдим иткән яңы шиғырҙарында иһә ижадсы рәхмәтле ул, хәстәрлекле ир, илһөйәр фәйләсүф булараҡ асыла”.
Афарин! Киләсәктә республика баҫмаларында тағы ла күберәк бәләбәйҙәр хаҡында уҡырға, уларҙың уңыштарына шатланырға яҙһын.
Читайте нас