Башҡортостандан талантлы 100 уҡыусы 2017-2018 уҡыу йылында республика Башлығы стипендияһын аласаҡ. Улар араһында Башҡорт гимназия-интернатының унынсы класс уҡыусыһы Оскар Шайморатов та бар.
Оскар – иҫ киткес һәләтле үҫмер, уның ҡыҙыҡһыныу даирәһе киң. Бөтөн фәндәр буйынса ла беренсе кластан уҡ тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә уҡый. Төрлө кимәлдәге: район, республика һәм Рәсәй олимпиадаларында, конкурс, ярыштарында еңеүҙәрен һанап бөткөһөҙ. 9-сы класты айырым өлгөләге аттестат менән тамамлаған. 2015-2016 уҡыу йылында Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ булған. Саңғыла шыуыу һәм ачери-биатлон буйынса спорт мастерлығына кандидат. Оскар Шайморатовтың исеме БР-ҙың һәләтле балалары банкына индерелгән.
“Буш ваҡытың бармы, булһа, тағы нимәләр менән шөғөлләнәһең?” – тип ҡыҙыҡһынам унан. “Күп түгел, шулай ҙа бар. Китап уҡырға яратам, айырыуса классик әҫәрҙәрҙе”, – тип яуаплай Оскар.
Класс етәксеһе Ольга Алексеева Оскарға һәр саҡ ышанырға була, ул теләһә ҡайһы эшкә теләп тотона һәм уны еренә еткереп, теүәл башҡарырға тырыша, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ваҡыты менән һис иҫәпләшеп тормай, тип билдәләй.
“Быларҙың барыһына нисек өлгөрәһең?” – тип һорамай булдыра алманым унан. Оскар тыйнаҡ ҡына: “Атайым менән әсәйемә рәхмәт, улар беҙҙе шулай эшһөйәр һәм яуаплы итеп тәрбиәләп үҫтерә. Шулай уҡ һәләттәремде асырға ярҙам иткән, һәр башланғысымды хуплаған тыуған гимназияма рәхмәтлемен”, – тине.
Талантлы үҫмерҙең һоҡланғыс ғаиләһе тураһында беҙҙең гәзит бер нисә тапҡыр яҙып сыҡты. Оскар Сиушка ауылынан Шайморатовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә тәрбиәләнә. Был ғаиләлә туғыҙ бала: дүрт ҡыҙ һәм биш малай – үҙ-ара аңлашыу, ихтирам, ышаныс һәм бер-береңә ярҙам кеүек сифаттар өҫтөнлөк иткән даирәлә үҫә.