Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Декабрь 2017, 13:29

“Бәхетем – тыуған ерҙә”

Ҙур һөйөнөс! Башҡортостандың Бәләбәй районы Туҙлыҡуш ауылының үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында китап сыҡты. Ул – Бәләбәй районы ауылдарының береһенә бағышланған беренсе ҡарлуғас. Зәйфә Сәлихова Авторы – танылған сатира һәм юмор оҫтаһы, яҙыусы һәм шағир, Бәләбәй муниципаль районының почетлы гражданы Камил Фазлый.

Ҙур һөйөнөс! Башҡортостандың Бәләбәй районы Туҙлыҡуш ауылының үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында китап сыҡты. Ул – Бәләбәй районы ауылдарының береһенә бағышланған беренсе ҡарлуғас.
Зәйфә Сәлихова
Авторы – танылған сатира һәм юмор оҫтаһы, яҙыусы һәм шағир, Бәләбәй муниципаль районының почетлы гражданы Камил Фазлый.
Ижад һандығында яҙыусының шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәр (юмористик хикәйәләр, повестар) китаптары байтаҡ. Әммә ғүмере буйы тыуған ауылы Туҙлыҡушта йәшәп ижад иткән әҙиптең күңелендә күптән уянған ҙур бер теләк – Туҙлыҡуш тураһында китап яҙыу – тынғы бирмәй. Ниһайәт, ҙур ваҡиға – ул уны тормошҡа ашырҙы! Ошо көндәрҙә генә Бәләбәй ҡала типографияһында әҙиптең сифатлы ҡағыҙҙа нәшер ителгән, өс – рус, татар һәм башҡорт телдәрендә яҙылған “Йөрәк тарта тыуған ерҙәргә” китабы донъя күрҙе.
Әйтергә кәрәк, тарихи иҫтәлектәргә, оҙон ғүмерле ауылдаштарының хәтирәләренә, төрлө йылдарҙағы газета һәм журнал мәҡәләләренә ифрат бай булып сыҡҡан китап. 1744 йылда нигеҙ һалынған ауылдың алыҫ үткәне тарих фәндәре докторы, профессор Х.Ф. Усмановтың “Башҡортостандың Бәләбәй районы Туҙлыҡуш ауылы тарихынан” исемле монографияһына таянып яҙылған. “Мәктәп ҡосағы – белем усағы” бүлегендә заманында бөтөн республикала алдынғы булған, илдең төрлө тарафтарында хеҙмәт ҡуйған тиҫтәләрсә күренекле дәүләт, фән, мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре үҫеп сыҡҡан уҡыу йортоноң тарихы киң яҡтыртылған.
“Яу яланында ятып ҡалғандарҙы иҫкә алайыҡ Тыуған ил менән!” бүлегендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яулау өсөн баштарын һалған ауылдаштары, тыл батырҙары тураһында бай мәғлүмәт тупланған.
Яп-ябай ауылда тыуып үҫеп, күренекле шәхестәргә әйләнгән ауылдаштары, әлбиттә, уның иң ҙур рухи байлығы, ғорурлығы. Шуға ла автор улар тураһында мәҡәләләргә ҙур урын биргән.
Әҙип республикала, районда, ауылда намыҫлы хеҙмәттәре менән танылыу алған, һәр яҡлап өлгө булған осорҙаштары тураһында оло хөрмәт һәм яратыу менән яҙа. Етди материалдар менән бергә ауыл мәҙәктәренә, ауылдан сыҡҡан шағирҙарҙың ижадына ла урын табылған, төрлө йылдарҙағы ҡаралы-аҡлы, шулай уҡ төҫлө фотоһүрәттәр, шағирҙың үҙенең шиғырҙары йыйынтыҡты тағы ла эстәлеклерәк, тулыраҡ, уҡымлыраҡ итә.
Китапты сығарыуҙа бөтөн ауыл кешеләре, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә йәшәгән ауылдаштары аҡсалата ярҙам күрһәткән. “Был тиклем булыр тип үҙем дә көтмәгәйнем, китаптың әһәмиәтен тәрәнтен аңлап, күрәһең, һәр кем үҙ өлөшөн керетергә тырышты”, – ти автор. Ул уларға сикһеҙ рәхмәттәрен еткереп, һуңғы биттә исем-шәрифтәрен, ҡайҙа кем булып эшләүҙәрен күрһәткән. “Һеҙ тыуған ауылыбыҙҙы данлайһығыҙ. Ул Һеҙҙең менән ғорурлана. Сикһеҙ рәхмәт Һеҙгә”, – тип тамамлай ул һүҙен.
Был көндәрҙә туҙлыҡуштар рәхәт, шатлыҡлы халәттә йәшәй – яҙыусы ауылдаштары ҡулынан баһаһыҙ бүләк – китап ала һәм уға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Ә яҙыусы үҙе, аллаға шөкөр, маҡсатыма ирештем, тип, һөйөнөсө менән уртаҡлаша. Шағирҙың китапты асыу менән күҙгә ташланған “Бәхетем – тыуған ерҙә!” шиғырының һуңғы юлдары “Бәхетле булайым тиһәгеҙ, йәшәгеҙ тыуған ерҙә!” Тыуған еренең, ауылдаштарының ҡәҙерен белгән яҙыусы бәхете булған тыуған ерен, ауылдаштарын ғүмеренән дә артыҡ яратыуын киләсәк быуындарға ла ҡаласаҡ баһаһыҙ китап итеп донъяға яңғыратты. Рәхмәт һиңә, яҙыусы!
Читайте нас