Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Декабрь 2017, 13:25

Эш күмәкте ярата

Надеждин ауылында күңелле йола байрамы уҙҙы Башҡорт һәм татар халыҡтарында борон-борондан йәшәп килгән был матур йола, хәҙерге социаль шарттарға яраҡлаштырылып, көҙгө байлыҡ, муллыҡ байрамы һымаҡ үтте.

Надеждин ауылында күңелле йола байрамы уҙҙы
Башҡорт һәм татар халыҡтарында борон-борондан йәшәп килгән был матур йола, хәҙерге социаль шарттарға яраҡлаштырылып, көҙгө байлыҡ, муллыҡ байрамы һымаҡ үтте.
Надеждин ауылында күп ғаиләләр оя-оя ҡаҙ үҫтерә. Яҙ сыҡҡан бәпкәләр көҙгә оло ҡаҙҙар булды. Ауылдашыбыҙ Зилә Вәлишина йәш килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы, күршеләрен ҡаҙ өмәһенә саҡырҙы. “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең Гөлсинә Вәлиева етәкселегендәге “Балҡыш” фольклор ансамбленә йөрөүселәр төп өмәселәр булды. Беҙ әүәлдән ҡалған йоланың бар шарттарын үтәргә тырыштыҡ. Сараны әҙерләп уҙғарыуға ауыл китапханаһы хеҙмәткәре Гөлфинә Хәбибрахманова менән клуб методисы Лариса Полозова ҙур ярҙам күрһәтте. Өмәселәр, шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, күңелле йырҙар көйләй-көйләй, тәүҙә ҡаҙ йөнө йолҡто. Йылғала үҫкән ҡаҙҙарҙың мамыҡтары тап-таҙа. Хужабикә уны мендәр эшләү өсөн алып ҡуйҙы. Унан ҡаҙ түшкәләрен көйәнтәләргә элеп, йылғаға йыуырға төштөк. Бында ла йыр-моң яңғырап торҙо. Ришат Әмиров баянда өҙҙөрөп уйнаны, фольклор ансамбль артистары дәртле йырҙар йырлай-йырлай барҙы. Эш күмәкте ярата, тиҙәр халыҡта. Күмәкләгәс, метекле, күп көс талап иткән эш бер тында тамамланды.
Шул арала өмәлә ҡатнашыусылар өсөн ҡаҙ ите беште, тәмле еҫтәр менән танауҙы ҡытыҡлап, ҡоймаҡ ҡойолдо һәм ул ҡаҙ майы менән майланды. Татыулыҡҡа, берҙәмлеккә саҡырған, үҙ-ара ярҙамлашыуға ҡоролған байрам табыны бик күңелле уҙҙы. Уйындар ҙа уйнаныҡ, конкурстар ҙа ойошторҙоҡ. Йыйылғандар Глүсә Арыҫланова, Люзиә Букаева, Инзар Фәттәхов, Флүзә Ерастова башҡарыунда йырҙарҙы берсә күңелдәре тулып, берсә дәртләнеп тыңланы. Йәш ҡыҙыбыҙ Элиза Әхмәҙуллинаның да осоп-осоп бейеүе һоҡландырмай ҡалманы.
Өмәселәр бер-береһенә ил-көндөң тыныс тороуын, яңы йылдың имен килеүен, кешеләрҙең мул тормошта йәшәүен, ҡаҙ өмәләренең, һуғым аштарының дауам итеүен теләп таралышты.
Гөлфинә Хәбибрахманова, китапханасы
Агнесса Бигвава фотолары
Читайте нас