Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Ғинуар 2018, 12:43

Сәләмәтлегегеҙҙе тикшертегеҙ!

2018 йылда диспансерлаштырыу үтеү тәртибе һәм мөмкинлектәре тураһында Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы бүлеге мөдире Регина Әбделғәниева һөйләй. Диспансерлаштырыу – ул һаулыҡ торошоңдо тикшеретеү һәм, кәрәк булһа, тар белгескә йүнәлтмә алыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау уңышлы һауығыуға һәм нормаль йәшәү рәүешен һаҡлауға ышаныс өҫтәй.

2018 йылда диспансерлаштырыу үтеү тәртибе һәм мөмкинлектәре тураһында Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы бүлеге мөдире Регина Әбделғәниева һөйләй.
Диспансерлаштырыу – ул һаулыҡ торошоңдо тикшеретеү һәм, кәрәк булһа, тар белгескә йүнәлтмә алыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау уңышлы һауығыуға һәм нормаль йәшәү рәүешен һаҡлауға ышаныс өҫтәй.
Диспансерлаштырыу ике этапта, бушлай уҙғарыла.
Беренсеһе – хроник сирҙәрҙе асыҡлауға скрининг һәм өҫтәмә тикшереүҙәр уҙғарыу өсөн медицина күрһәткестәрен билдәләү. Беренсе этапта бөтөн тикшереүҙәрҙе үткәс, участка терапевы һығымта яһай һәм ниндәйҙер етди ауырыу ихтималы булыу-булмауын ҡарай һәм икенсе этапта өҫтәмә тикшереү кәрәк булыу-булмауын хәл итә.
2018 йылда түбәндәге йылғы ҡала һәм районда йәшәүселәр диспансерлаштырыу үтә
1997, 1994, 1991, 1988, 1985, 1982, 1979, 1976, 1973, 1970, 1967, 1964, 1961, 1958, 1955, 1952, 1949, 1946, 1943, 1940, 1937, 1934, 1931 һ.б. (21 йәштән һәр 3 йыл һайын).
1-се поликлиникаға участка терапевына йә 108-се кабинетҡа диспансерлаштырыу үтергә саҡырабыҙ.
Үҙегеҙ менән амбулатор карта; медицина полисы; СНИЛС; паспорт булһын.
Марина Прохорова әҙерләне
Читайте нас