Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Ғинуар 2018, 13:01

Халыҡҡа һәм ергә ҡарата һөйөүҙә

Башҡортостанда Зәйнәб Биишеваның юбилейына «Халыҡҡа һәм ҡеүәтле ергә ҡарата һөйөүҙә» республика әҙәби конкурсы иғлан ителде.

Конкурс Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған. Бәйгелә 10-17 йәштәге мәктәп уҡыусылары һәм республиканың үҙәкләштерелгән милли китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала.
Конкурста өс номинация тәҡдим ителгән: «Үҙ һүҙеңде ҡаты әйт» – Зәйнәб Биишеваның шиғри мираҫы, «Кеше – ул ҡояш!» — яҙыусының проза әҫәрҙәре, «Йәшәү – ул көрәш» – драма әҙәрҙәре. Ситтән тороп ойошторолған конкурс 2018 йылдың 31 ғинуарында тамамлана. Ошо уҡ йылдың 8 февралендә бәйгегә йомғаҡ яһала.
Читайте нас