Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Ғинуар 2018, 17:37

Күренекле яҙыусы хөрмәтенә

Башҡортостанда Мостай Кәрим исемендәге конкурс иғлан ителде. Конкурс ике күркәм ваҡиғаға: республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте булышлығында «Йәшлек» гәзите ойоштора.

Конкурсҡа ирекле темаға күләме 10 биттән артмаған (А4 форматында, 14-се шрифт) башҡорт телендә яҙылған проза әҫәрҙәр ҡабул ителә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Компьютерҙа йыйылған эштәрҙе «Йәшлек» гәзитенә яҙылыу квитанцияһының күсермәһе менән Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 8-се ҡат адресы йәки гәзиттең электрон почтаһы буйынса «конкурсҡа» тигән тамға менән (ye02@yandex.ru) ебәрергә кәрәк. Хикәйәләр 2018 йылдың 10 ғинуарынан 2019 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә һәм октябрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Күренекле яҙыусылар һәм редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүсене билдәләй. Төп бүләк – 50 мең һум, шулай уҡ дүрт дәртләндереү бүләге ҡаралған.
Алһыу Шәрипова әҙерләне
Читайте нас