Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны Күпмегә төшәсәге билдәләнәсәк
Республика юбилейына Бәләбәйҙә яңы балалар баҡсаһы төҙөләсәк Икенсе йыл республика киң ҡоласлы “Башҡортостандың йөҙ йыллығына – 100 яңы объект” төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Республикаһы юбилейына, ә ул 2019 йылда билдәләнәсәк, төбәктә 106 объект: 18 балалар баҡсаһы, 17 мәктәп, тәрбиә, белем биреү, соцмәҙәни учреждениеларҙы берләштереүсе 13 комплекслы объект, ете физкультура-һауыҡтырыу комплексы, биш мәҙәниәт йорто, дүрт бассейн, дүрт каток һәм башҡалар төҙөләсәк һәм йүнәтеләсәк. Республика хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, ошо исемлектәге 14 объект файҙаланыуға тапшырылған да инде. 2018 йыл аҙағына республиканың 100 йыллығы уңайынан 21 объектты һалып бөтөрөү ниәтләнә.Юбилей объекттары иҫәбендә – Бәләбәй ҡалаһында 150 урынлыҡ балалар баҡсаһы. Буласаҡ бинаның ҡайҙа һалынасағы асыҡланған. Ул Горохов урамында спорт-һауыҡтырыу комплексы артындағы буш торған урын. БР Бәләбәй муниципаль районы хакимиәтенең төҙөлөш бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, проект-смета документацияһы һәм эш документтары әҙер һәм экспертиза уҙған. БР Баш дәүләт экспертизаһы социаль объекттың смета хаҡын асыҡлай. Шунан һуң объектты финанслау суммаһы һәм ҡасан төҙөлә башланасағы асыҡланасаҡ.