Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Февраль 2018, 13:31

Яратҡан шағир иҫтәлегенә

Быйыл, 5 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры, башҡорт шиғриәтенең алтын бағаналарының береһе Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулды. Зәйфә Сәлихова Республика кимәлендә, айырыуса уның тыуған яғы Дүртөйлө районында был ваҡиғаны киң билдәләнеләр. Бәләбәй шиғриәт һөйөүселәре лә уның бай әҙәби мираҫы менән яҡшы таныш. Шағирҙың ижадын өйрәнергә еңелерәк булһын өсөн һәм ошо ҙур дата уңайынан Үҙәк китапхананың милли әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы Рәсимә Сәлимова “Назар Наджми: поэт двух народов” тип исемләнгән бик кәрәкле библиографик күрһәтмә эшләне. – Әлеге күрһәтмәлә Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең әҫәрҙәренең публикациялары һәм уның тормошо, ижады тураһында әҙәбиәт системаға һалып күрһәтелде. Ул Үҙәк китапханала булған фонд һәм белешмә-библиографик аппарат нигеҙендә әҙерләнде. Күрһәткескә рус, башҡорт һәм татар телдәрендә уның китаптары, йыйынтыҡтары, газета-журналдарҙағы мәҡәләләре инде. – Бындай эш башҡарыу еңел түгелдер, – тип ҡыҙыҡһынам. – Материалдарҙы бер йыл тупланым, үҙем компьютерҙа йыйҙым. Һүҙ ҙә юҡ, был бик метексел, әммә ҡыҙыҡлы эҙләнеү эше, бер әйбер табыу икенсеһен эҙләүгә этәрә. Күп уҡырға, анализ яһарға тура килә, уның ҡарауы рухи байыйһың, – ти ул.Киләһе йылда китапхана системаһында эшләүенә 45 йыл туласаҡ хеҙмәткәрҙең тырышлығы һоҡландыра. Әлеге сираттағы ҙур эше – уның уңғанлығының, һәм, әлбиттә, шағирҙың ҡабатланмаҫ ижадын яратыуының бер дәлиле. Афарин, Рәсимә

Читайте нас