Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Февраль 2018, 12:51

Республиканың 100 йыллығына – дүрт альбом

Башҡортостанда сәнғәт тураһында дүрт сағыу альбом нәшер ителәсәк. Проект Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған Республикала башҡорттарҙың үлемһеҙ эпик әҫәре – «Урал батыр» эпосы балалар өсөн рус теленә тәржемә ителәсәк. Тәржемәнең төп маҡсаты – рус телле уҡыусыға эпосты юғары шиғриәт булараҡ тәҡдим итеү. Баҫма Башҡортостан Милли китапханаһының республиканың 100 йыллығына әҙерләгән яңы проект альбомдарының береһе буласаҡ. «Башҡортостанда театр: тарих һәм хәҙерге заман» альбомы Башҡортостанда театрҙың күренеш булараҡ барлыҡҡа килеүе, уның үҫеше хаҡында һөйләйәсәк. Ул Башҡортостан Республикаһының бөтә театрҙары, иң мөһим спектаклдәр, актерҙар һәм режиссерҙар тураһында очерктарҙы үҙ эсенә ала. «Башҡорт халыҡ бейеүе: тарих һәм хореография» альбомы башҡорт халыҡ бейеүҙәре хореографияһы, халыҡ һәм һөнәри бейеү коллективтары менән таныштыра. «Этник стиль: башҡорт образы» альбомында заманса һәм киләсәк кейемдәре хаҡында һүҙ бара. Заманса кейем-һалым дизайнерҙары эшенә боронғо костюм (тегелеше һәм биҙәлеше) нисек тәьҫир итә, улар йолаларға таянып, ниндәй яңы әйберҙәр тәҡдим итә ала – бында ошо һәм уға бәйле һорауҙарға яуап биреләсәк. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, һәр альбомдың яҡынса тиражы: 1000 дана (дөйөм тиражы 4000 дана). Альбомды әҙерләү өсөн тарихи, архив материалдар (очерк һәм фото) йыйыласаҡ, махсус белгестәр, тәржемәселәр йәлеп ителәсәк. Алһыу Шәрипова әҙерләне

Читайте нас