Конкурс талаптарына ярашлы, ҡупшы милли костюмдар кейгән Гүзәл, Фәрхәт һәм Камил Өмәтҡоловтар, Яҙгөл, Ирек һәм Алһыу, Камил Мөхәмәтовтар бәйгенең “Халҡым теле – хаҡлыҡ теле” тип аталған тәүге өлөшөндә ғаиләләре менән яҡындан таныштырҙы. Ғаиләләрҙең оҡшаш яҡтары булыуы асыҡланды. Гүзәл Әлфрит ҡыҙы Башҡорт гимназия-интернатында башланғыс кластарҙа уҡытһа, Яҙгөл Әхмәтғәли ҡыҙы 15-се мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы икән. Икеһе лә уңған-булған: Гүзәл жюри ағзаларына баһалауға ҡабарып бешкән бауырһаҡ тәҡдим итте, ә Яҙгөлдөң ҡул эштәренән үҙе бер күргәҙмә хасил булды. Атай-әсәйҙәр улдарына ла бер матур исем һайлаған – Камил. Ә ғаилә башлыҡтары Фәрхәт Гәрәй улы менән Ирек Минислам улы тураһында халыҡ әйтмешләй “аҙ һөйләй, күп эшләй” тиергә мөмкин. Уларҙың ғаиләләре етеш, мул йәшәһен өсөн тырышыуҙары күренеп тора. Ғаилә альбомдарынан фотолар тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе. Йәшерен-батырын түгел, бик ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ, тәү нәүбәттә, фатир юҡлығы күптәрҙең бәкәленә һуға. Мөхәмәтовтар иһә фатирыбыҙ бар тип тормағандар, өй һалып сыҡҡандар, баҡсаларынан беренсе мул уңыш алып кинәнгәндәр. “Үҙ йортоң менән йәшәү күңелле лә, мәшәҡәтле лә, шуға улым һәм ҡыҙым миңә ҙур таяныс, айырыуса Ирек вахта ысулы менән эшкә киткәндә”, – тип һөйләй Яҙгөл. “Минең ғаиләм – минең ҡәлғәм, башҡорт теле – йыуанысым”, – тип белдерҙе Гүзәл. Ул үҙенең декрет ялынан һуң, гимназия директоры Дилбәр Ғайса ҡыҙының уны эшкә алыуы һәм, ниһайәт, уҡытыусы булыу хыялы тормошҡа ашыуы, өҫтәүенә коллективта туған телендә аралашып, эшләп йөрөү шатлығы менән бүлеште. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ҙа фатир мәсьәләһен ыңғай хәл итеүгә өлгәшкән. Бына шундай тырыш ғаиләләр менән яҡындан таныштыҡ беҙ, уларҙың матур итеп үҙҙәре хаҡында башҡортса һәм ихлас бәйән итеүҙәре лә күңелгә май булып ятты.
Конкурс артабан тап ошо юҫыҡта дауам итте, “Беҙ башҡортса һөйләшәбеҙ” һынауында ғаилә ағзалары туған телдә ни тиклем иркен аралашыуҙарын күрһәтте. Ике ғаилә лә һынауға ижади ҡараған. Йырлаһа тауышы, бейеһә дәрте, эшләһә ҡулы бар, тигәндәй, Яҙгөл үҙе баянда уйнап, әсәйҙәр тураһында йырҙы башҡортса ла, ҡаҙаҡса ла йырлап ишеттерҙе. Өмәтҡоловтар иһә дүрт йәше тулып килгән Камилдың яратҡан әкиәтен сәхнәләштереп күрһәтте. Тәүҙә сит кешеләрҙән ятһынып торған малай шул арала асылып китте: йүгереп йөрөп әсәһе менән атаһына ярҙам итте, яратҡан уйынсыҡтарын теҙеп ҡуйҙы. Әлбиттә, ике ғаиләлә лә балалар ябай аралашыу телен яҡшы белә, әммә саф башҡортса ауырыраҡ һөйләшә, быға ҡала мөхитендә үҫеү ҙә ҡамасаулайҙыр. Өлкәндәр ғаиләлә телде өйрәнеү, өйрәтеү йәһәтенән күберәк эшләргә һүҙ бирҙе.
Конкурстың өсөнсө биремен дә ғаиләләр лайыҡлы үтәне. “Өләсәйем һандығы” ҡатнашыусыларҙың башҡорт халҡы йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеүен, уларҙың балаларҙы рухи-әхлаҡи тәрбиәләүҙә нисек файҙаланыуын күрһәтеү маҡсатын күҙ уңында тотто. Мөхәмәтовтар “Ҡунаҡ ҡаршылау” йолаһын күрһәтеп, халҡыбыҙҙың ни тиклем ҡунаҡсыл, йор һүҙгә бай, уйын-көлкөгә әүәҫ булыуын иҫбатланы. Өмәтҡоловтар ҡәҙерләп һаҡланған ҡомартҡылар тулы һандыҡ асты: унда олатайҙарының еләнен, миҙалдарын, ҡурайын, өләсәйҙәренең сигеүле таҫтамалын ҡарап һоҡландылар, улар менән Камилды ҡыҫҡаса таныштырап үттеләр. Бына ҡайҙа ул быуындан быуынға тапшырыла килгән матур тәрбиә өлгөһө!
Алып барыусыларҙың “тормошоғоҙҙа шатландырған һәм үкендергән мәлдәр” тураһында һорашыуына ла һәр парҙан ҡыҙыҡлы, матур яуаптар ишетелде. Яҙгөлдөң: “ Тормоштан йәм табып йәшәгәндәрҙе яратам. Юҡ-барға зарланып, күңел тѳшѳрѳп, башҡаларҙың да кәйефен ҡырып йѳрѳгәндәр менән бер һуҡмаҡтан барыу ауыр. Кѳнитмешең, тормошҡа ҡарашың – барыһы ла үҙеңә бәйле”, – яуабы барыһы өсөн дә фәһемле булғандыр.
Жюри рәйесе – Мәғариф идаралығының мәғлүмәт-методик бүлеге белгесе Светлана Гәрәева, конкурсҡа йомғаҡ яһап, былай тип билдәләне: “Беҙ бында тамаша ҡарарға ғына килмәнек. Конкурста ҡатнашҡан башҡорт ғаиләләрен тәбрикләп, туған телгә һәм халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫына ҡарата ихтирам тәрбиәләү, ғаилә традициялары менән танышыу маҡсатында йыйылдыҡ. Байрам кеүек уҙҙы бөгөнгө сара, ярыш тип әйтеп тә булмай, сөнки шундай ихлас үтте, быға ике ғаиләнең туған булыуы ла йоғонто яһағандыр. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ тантана итә – ике ғаиләне лә еңеүсе тип иғлан итәбеҙ. Бәйге шарттарына ярашлы, уларҙың сығыштары видеоға төшөрөлөп, “Бәйләнештә” төркөмөндә махсус “Ҡоролтай” төркөмө битенә ҡуйыласаҡ (“1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө” – адресы: https://vk.com/bash_gaile). Унда еңгән ғаиләләр Өфөгә “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” фестиваленә саҡырыла”.
Алып барыусыларға – Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Тәнзилә Мәүлиева менән Айгөл Борисова адресына ла сараны күңелдәргә үтеп инерлек һүҙҙәр менән биҙәп, матур итеп әҙерләп үткәргәндәре өсөн йылы һүҙҙәр яңғыраны.
Туған тел һағында торған, балаларын милли ғөрөф-ғәҙәттәр өлгөһөндә тәрбиәләп, рухландырып йәшәгән ғаиләләр яҡҡан усаҡтар һүнмәҫ, һүрелмәҫ.