Приют ҡасабаһында Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса проектты тормошҡа ашырыу өсөн халыҡтан ирекле иғәнәләр йыйыу тамамлана
Урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын конкурс нигеҙендә һайлауҙы ҡараған комиссия ултырышы 2017 йылғы конкурста еңеүселәрҙең береһе итеп Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй муниципальь районы Приют ҡасаба советы ҡала биләмәһенең “Приют эшселәр ҡасабаһының Тыныслыҡ бульварын төҙөкләндереү” проектын тапты. Был ҡасабала йәшәүселәр өсөн көтөлмәгән күңелле хәбәр булды, конкурстың беренсе этабында тәҡдим ителгән проектты хупларға ни бары 0,2 балл етмәгәйне.
Хәҙер Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 1 миллион һум күләмендә субсидия алып, өҫтәмә финанслау шарттарында Тыныслыҡ бульварын төҙөкләндереү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Был башланғыс ҡасабала йәшәүселәрҙең 2017 йылдың ғинуарында уҙған йыйылышында тәҡдим ителгәйне лә инде, шулай уҡ унда һәр йорт хужаһынан (ғаиләнән) ике йөҙәр һум иғәнә күләме билдәләнде.
Халыҡтан өҫтәмә финанслауҙың дөйөм суммаһы – йөҙ илле мең һум.
Проекттың дөйөм хаҡы бер миллион дүрт йөҙ мең тәшкил итә. Урындағы бюджеттан уға йөҙ илле мең һум бүленәсәк, тағы йөҙ мең һум спонсорҙарҙан алынасаҡ.
Приют ҡасаба советы ҡала биләмәһе идарасыһы Светлана Варламова хәбәр итеүенсә, әгәр халыҡтан һәм бағыусыларҙан тулы күләмдә ошо аҡса йыйылһа, Приют ҡасабаһының Тыныслыҡ бульварын төҙөкләндереү мөмкин буласаҡ.
– Халыҡтан һәм бағыусыларҙан аҡсаны тиҙ арала йыйырға кәрәк, – тине Светлана Флүр ҡыҙы. – Приют ҡасабаһында ял итеү, былай йөрөү өсөн заманса, яҡшы урын кәрәк, ул йәшелләндереләсәк, эскәмйәләр, урналар, архитектура объекттары ҡуйыласаҡ, асфальт һуҡмаҡтар һуҙыласаҡ. Йыйылған аҡса ҡала биләмәһе бюджетының керем өлөшөнә йүнәлтеләсәк, уларҙы нисек файҙаланыу буйынса тулы хисап биреләсәк.
Аҡсаны башланғыс төркөм ағзалары йыя. Приюттар башланғысҡа аңлап ҡараны, кәрәкле сумманың шаҡтай өлөшө тупланған.