Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Февраль 2018, 11:54

Ун туғыҙҙа ғына ине улар..

Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрлаштырыу колледжында Афғанстан Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған уҡыусылар тураһында мәғлүмәт таҡтаташтарын асыу тантанаһы уҙҙы.Радик Ғөзәйеров... 1963 йылдың 14 февралендә Күгәрсен районы Үрге Бикҡужа ауылында тыуған. 1981 йылда Ҡораллы көстәр сафына алына, Афғанстанда – 81-ҙең октябренән. Рядовой, танкист, тоҫҡаусы Ғөзәйеров бер нисә тапҡыр алыштарҙа ҡатнаша. 1982 йылдың 27 майында һәләк була. Үлгәндән һуң Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрлаштырыу колледжында Афғанстан Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған уҡыусылар тураһында мәғлүмәт таҡтаташтарын асыу тантанаһы уҙҙы.
Радик Ғөзәйеров... 1963 йылдың 14 февралендә Күгәрсен районы Үрге Бикҡужа ауылында тыуған. 1981 йылда Ҡораллы көстәр сафына алына, Афғанстанда – 81-ҙең октябренән. Рядовой, танкист, тоҫҡаусы Ғөзәйеров бер нисә тапҡыр алыштарҙа ҡатнаша. 1982 йылдың 27 майында һәләк була. Үлгәндән һуң Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Марсель Кашапов... 1963 йылдың 19 ғинуарында Бишбүләк районы Дүсән ауылында тыуған. 1981 йылдың 19 апрелендә армияға алына, ошо уҡ йылдың октябрендә Ҡабулға ебәрелә. Танк командиры була. 1982 йылдың 2 октябрендә Кашаповтың экипажы алышта бер нисә ут нөктәһен юҡ итә, әммә хәрби машина фетнәселәрҙең гранотомет утына эләгә. Командир хәрби комплект шартлауынан һәләк була. Үлгәндән һуң Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
– Бәләбәйҙән 211 егет Афғанстан юлдарынан үтә, уларҙың бишеһе хәрби бурысын иң ҡиммәте – ғүмере менән түләне, – тине Афғанстан һуғышында ҡатнашыусыларҙың “Хәрби туғандашлыҡ” Бәләбәй ойошмаһы етәксеһе Зирәк Шәмсетдинов. – 400-ҙән ашыу егетебеҙ Төньяҡ Кавказда хәрби операцияларҙа ҡатнашты. Һуғыш туғыҙының ғүмерен өҙҙө. Улар ҡатмарлы шарттарҙа хәрби, интернациональ һәм илһөйәрлек бурысын лайыҡлы үтәне.
Колледж уҡыусылары алдында шулай уҡ афған һуғышы ветерандары, хәрби комиссариат вәкиле, Радик Ғөзәйеров менән Марсель Кашаповтың туғандары сығыш яһаны. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Ольга Ивлева колледж музейына ауыл хужалығы техникумын 1952 йылда тамамлаған Юрий Добромысловтың фотоларын һәм бүләкләү документтарын тапшырҙы. Ул Киев хәрби округында хеҙмәт иткән, совет режимына ҡаршы ҡораллы фетнәне баҫтырыу өсөн Венгрияға зенит-артиллерия полкы начальнигы итеп ебәрелгән. 1956 йылдың 4 ноябрендә һәләк булған.
Утлы йылдар беҙҙән алыҫлаша бара, әммә уларҙың яралары һаман уңалмай. Афған һәм Чечен һуғыштарын үткәндәр, донъяның башҡа илдәрендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандар тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәрҙә йәшәй.
Ғәлиә Ванюшина
Читайте нас