Әнғәм Атнабаев... Был исемде, был шағирҙы кем генә белмәй икән! Ул ғәжәйеп оҫталыҡ менән шиғырҙарында тормошото ябай ғына, аңлайышлы итеп сағылдырҙы, йәшәүҙең ҡабатланмаҫ матурлығын, сағыу биҙәктәрен күңелдәрҙе ҡытыҡларлыҡ итеп бирҙе. “Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙары кисә лә йәшәне, бөгөн дә йәшәй һәм ышаныслы аҙымдар менән тауҙар, кәртәләр аша иртәгәһе көнөбөҙгә атлай”, – тип яҙа халҡыбыҙҙың яратҡан шағирының ижады тураһында Марат Кәримов.
Был кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй:
Ҡара икмәк булһа, аҡ етмәй,
Шыуышып йөрөгән саҡта – аяҡ етмәй,
Йәйәү йөрөгән саҡта ат етмәй,
Аты булһа машинаһы етмәй,
Осор өсөн ракетаһы етмәй!
Был кешегә ифрат күп етмәй!
Бинахаҡҡа ғәйеп күтәрепме,
Ғәмһеҙлектән йәне өшөпмө,
Ап-аҡты ла ҡап-ҡараға буяп,
Матурҙы ла йәмһеҙ күргәндә,
Яҡты донъя менән бәхилләшеп,
Һәләкәтен эҙләп йөрөгәндә, –
Шул юлынан тартып алыр өсөн,