Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Февраль 2018, 11:51

Бишенсе резидент буласаҡ

Сочиҙа уҙған Рәсәй Инвестиция форумында Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығы, БР Бәләбәй муниципаль районы Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте “Башҡортостан Нефть Газ Ҡоролмалары Инновацион Заводы” йәмғиәте етәкселеге менән “Бәләбәй” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш территорияһында эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Йылдам үҫеш территорияһының булыуы мөмкин резиденты тарафынан нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡоролма етештереү буйынса инвестицион проектты ғәмәлгә ашырыу ҡарала. Әлеге проект буйынса инвестициялар күләме 450 миллион һум тәшкил итәсәк. 2019 йылға тиклем 180 эш урыны булдырыласаҡ.
Килешеү әлеге юридик берәмекте РФ моноҡалаларында төҙөлгән йылдам социаль-иҡтисади үҫеш территориялары резиденттары реестрына индереү өсөн Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәрелгән.
Римма Латипова
Читайте нас