Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Март 2018, 12:49

Һәр ҡайһыбыҙға бәйле!

Бәләбәйҙә Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путиндың ышандырылған вәкиле – “Салауат Юлаев” хоккей клубының генераль директоры Таһир Ибраһимов менән Бәләбәй районында йәшәүселәрҙең осрашыуы уҙҙы.

Любовь Иванова
Таһир Әсхәт улы В. Путиндың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһенә ҡыҫҡаса туҡталды, уны кандидаттың программа документы һәм алдағы йылдарға Рәсәй үҫеше стратегияһы булараҡ билдәләне.
Артабан һөйләшеү диалог рәүешендә дауам итте: бәләбәйҙәр һорауҙар бирҙе, ә Таһир Ибраһимов уларға тулы яуаптар ҡайтарҙы.
Осрашыуға килгән бәләбәйҙәр балалар пособиеһы күләме артыуы һәм һәләтле балаларҙың үҫешеүе, шулай уҡ юғары технологиялар заманында үҫмерҙәрҙе зарарлы һәм хәүефле сайттарҙан, программаларҙан нисек һаҡлау менән ҡыҙыҡһынды. Ауыл һәм ҡала территорияларының үҫеүе, ауылға нисек белгестәрҙе йәлеп итеү, республикала хоккей үҫеүе һәм “Салауат Юлаев” хоккей командаһының уңыштары хаҡында ла һоранылар.
– Күп нәмә үҙебеҙгә, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға бәйле! – тине Таһир Әсхәт улы. – Балаларға яҡыныраҡ булырға, улар менән һөйләшергә, үҙ өлгөңдә эшкә, ғаиләңә, илгә яуаплы мөнәсәбәтеңде күрһәтергә!
Ул бәләбәйҙәрҙе 18 мартта һайлау участкаларына килергә һәм ил киләсәге өсөе тауыш бирергә саҡырҙы.
Әлеге һайлау кампанияһының девизы – “Һәр тауыш мөһим”.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты вазифаһына һигеҙ кеше дәғүә итә: Сергей Бабурин (“Российский общенародный союз”), Павел Грудинин (КПРФ), Владимир Жириновский (ЛДПР), Владимир Путин (үҙ үҙен күрһәтеүсе), Ксения Собчак (“Гражданская инициатива”), Максим Сурайкин (Коммунисты России), Борис Титов (“Партия Роста”) һәм Григорий Явлинский (“Яблоко”).
Бәләбәй районында башҡа кандидаттарҙың ышандырылған вәкилдәре менән осрашыуҙар уҙғарылманы.
Читайте нас